13 Михаяһты алырға ебәрелгән кеше уға былай тине: – Ҡара әле, бөтә пәйғәмбәрҙәр бер ауыҙҙан батшаға уңыш юрай, һинең һүҙең дә уларҙыҡы кеүек булһа ине: һин дә яҡшыға юра.
Башҡа пәйғәмбәрҙәр ҙә шуны уҡ юраны: – Ғилғәд Рамоҫына бар, юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ.
– Тере Раббы шаһит: Раббы миңә нимә тиһә, шуны әйтермен, – тип яуап ҡайтарҙы Михаяһ.
Йырсылар етәксеһенә: һигеҙ ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.
Дауыттың мәҙхиәһе. Йә Раббы, сатырыңда ҡунаҡ булырға кем һуң лайыҡ? Мөҡәддәс тауыңда йәшәргә кемдең хаҡы бар?
Шул саҡ дөрөҫ килтерелгән ҡорбандарҙан, Тотош яндырыу һәм яндырыу ҡорбандарынан хушланырһың. Шул саҡ ҡорбан усағыңда үгеҙҙәр ҡорбан ителер.
Батшаны – яуызлыҡтары, Түрәләрен ялған менән ҡыуандыралар.
Берәй елғыуар алдаҡсы килеп: „Бында шарап менән хәмер мул булыр“, – тип әйтһә, Был халыҡ уны пәйғәмбәрем, тип ҡабул итер».