Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 21:8 - Изге Яҙма

8 Изевел Ахав исеменән хаттар яҙҙы ла, уның мисәтен ҡуйып, Навоҫ йәшәгән ҡаланың аҡһаҡалдарына һәм күренекле кешеләренә ебәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 21:8
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исраил батшаһы үҙ иленең бөтә аҡһаҡалдарын саҡырып кәңәш һораны. – Ҡарағыҙ, был әҙәм ниндәй яманлыҡ уйлап тапты, – тине. – Ҡатындарым менән балаларымды, алтын-көмөшөмдө һорап ебәргәс, мин уға ҡаршы килмәгәйнем.


Әлеге ваҡиғаларҙан һуң бына ниндәй хәлдәр булды. Изреғилдә Самария батшаһы Ахавтың һарайы эргәһендә ошо ҡаланан Навоҫ тигән кешенең йөҙөм баҡсаһы бар ине.


Хаттарға былай тип яҙылғайны: «Ураҙа иғлан итегеҙ, халыҡты йыйығыҙ ҙа Навоҫты иң түргә ултыртығыҙ.


Йеһу Ахавтың Изреғилдә тере ҡалған бөтә нәҫел-нәсәбен, түрәләрен, яҡын дуҫтарын һәм ҡаһиндарын үлтерҙе, береһен дә иҫән ҡалдырманы.


Санхерив, яҙған хаттарында ла Исраил Аллаһы Раббыны хурлап, Уға ҡаршы ошондай һүҙҙәр ҙә әйтә: «Башҡа илдәрҙең илаһтары үҙ халыҡтарын минең ҡулымдан ҡотҡара алмаған кеүек, Хизкияһтың Аллаһы ла Үҙ халҡын минең ҡулымдан ҡотҡара алмаясаҡ».


Бына Артахшаста батшаға ебәрелгән хаттың күсермәһе: Артахшаста батшаға Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәлә йәшәгән ҡолдарыңдан.


Бишенсе мәртәбәһенә Санбаллат миңә хеҙмәтсеһен ебәрҙе – ҡулында мөһөр һуғылмаған хат ине.


Раббы Мусаға былай тине: – Миңә Исраил аҡһаҡалдарынан үҙең халыҡ араһында етәксе һәм түрә булараҡ белгән етмеш ир-уҙаманды Миңә йый ҙа Осрашыу сатырына алып кил, улар һинең яныңда торһон.


Улар, ҡәбер янына барып, ауыҙына терәп ҡуйылған ташҡа мисәт баҫтылар һәм һаҡсылар ҡуйҙылар.


Ҡапҡа янында торған кешеләр һәм аҡһаҡалдар быны раҫланы: – Беҙ шаһитбыҙ! Раббы һинең өйөңә ингән ҡатынды Исраил йортон ҡорған Рәхилә менән Лиә һымаҡ итһен! Әфраҫала ҡеүәтле бул, Бейт-Ләхәмдә исемең дан ҡаҙанһын!


Боғаз ҡаланың аҡһаҡалдарынан ун кеше саҡырып килтерҙе лә уларға: – Ошонда ултырығыҙ, – тине. Улар ҙа ултырышты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ