Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 21:7 - Изге Яҙма

7 – Һин Исраилда батша түгелме ни? – тине Изевел. – Тор, тамағыңа аша. Борсолма, Навоҫтың баҡсаһын мин һиңә үҙем алып бирәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 21:7
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Амнонға: – Эй батша улы, әйт әле миңә, ниңә һин көндән-көн ябығаһың? – тип һораны. – Ҡустым Авшаломдың һеңлеһе Тамарҙы яратам мин, – тине Амнон.


– Изреғилле Навоҫҡа: «Йөҙөм баҡсаңды миңә һат, көмөш бирермен, йәки, теләһәң, уның урынына баҡса бирермен», – тигәйнем, «Йөҙөм баҡсамды һиңә бирмәйем», – тип яуап бирҙе, – тине Ахав.


ғорур әтәс, тәкә һәм дә ғәскәр етәкләгән батша.


Әйләнә-тирәмә ҡарап, мин ҡояш аҫтында эшләнә торған һәр төрлө йәбер-золомдо күрҙем. Ана иҙелгәндәрҙең күҙҙәре йәшле, ләкин уларҙы йыуатыр кеше юҡ. Уларҙы иҙеүселәрҙең ҡулында көс бар, ә иҙелгәндәрҙе йыуатыусы юҡ.


Батшаның һүҙендә көс бар. Кем уға: «Нимә эшләйһең?» – тип әйтә ала?


Аттар ҡаяла сабамы? Үгеҙҙәр диңгеҙ һөрәме? Ә һеҙ ғәҙел хөкөмдө – ағыуға, Хаҡлыҡ емешен әсе әремгә әйләндерҙегеҙ.


Яманлыҡҡа ҡулдары ҡайһылай оҫта: Етәкселәр бүләк талап итә, Хөкөмсөләр ришүәт ала, Хакимдар теләгәнен таптыра. Бөтәһе лә хәйлә менән эш итә.


Улар бергә ултырып ашанылар, эстеләр. Ҡайныһы тағы: – Бер төнгә ҡал, күңелең булғансы ял ит, – тип ҡыҫтаны.


Боғаз ашап-эсеп алғандан һуң, кәйефләнеп, иген эҫкерте төбөнә йоҡларға ятты. Рут, йәшерен генә уның эргәһенә килеп, Боғаздың өҫ ябыуын һирпеп асты ла уның аяҡ осона ятты.


Баҫыуҙарығыҙҙың, йөҙөм һәм зәйтүн баҡсаларығыҙҙың иң яҡшыларын тартып алып, үҙенең хеҙмәтселәренә өләшер.


Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары йыйылып, Рамаға Шемуил янына килде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ