6 – Изреғилле Навоҫҡа: «Йөҙөм баҡсаңды миңә һат, көмөш бирермен, йәки, теләһәң, уның урынына баҡса бирермен», – тигәйнем, «Йөҙөм баҡсамды һиңә бирмәйем», – тип яуап бирҙе, – тине Ахав.
Әлеге ваҡиғаларҙан һуң бына ниндәй хәлдәр булды. Изреғилдә Самария батшаһы Ахавтың һарайы эргәһендә ошо ҡаланан Навоҫ тигән кешенең йөҙөм баҡсаһы бар ине.
Ҡатыны Изевел уның янына килеп: – Нимәгә шул тиклем эсең боша, хатта тамағыңа ла ашаманың? – тип һораны.
– Һин Исраилда батша түгелме ни? – тине Изевел. – Тор, тамағыңа аша. Борсолма, Навоҫтың баҡсаһын мин һиңә үҙем алып бирәм.
Мордехай аҙаҡтан батша ҡапҡаһы төбөнә әйләнеп килде, ә Һаман, оятынан башын ҡаплап, өйөнә ашыҡты.
Тыныс күңел – тәнгә сихәт, көнсөллөк һөйәктәрҙе серетә.