Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 21:5 - Изге Яҙма

5 Ҡатыны Изевел уның янына килеп: – Нимәгә шул тиклем эсең боша, хатта тамағыңа ла ашаманың? – тип һораны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 21:5
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡатын күрҙе: ағастың емешен ашағы килеп тора. Улар ҡарар күҙгә күркәм, өҫтәүенә, аң-белем биреүе менән ҡыҙыҡтыра. Шуға күрә ул бер емеште алды ла ашаны. Шунан янындағы иренә лә бирҙе, ул да ашаны.


Ул Амнонға: – Эй батша улы, әйт әле миңә, ниңә һин көндән-көн ябығаһың? – тип һораны. – Ҡустым Авшаломдың һеңлеһе Тамарҙы яратам мин, – тине Амнон.


Неват улы Яровғам ҡылған гонаһтарҙы ҡабатлауы ғына етмәгән, Сидон батшаһы Әҫбәғелдең ҡыҙы Изевелгә өйләнеп, ялған илаһ Бәғелгә табына һәм уға хеҙмәт итә башланы.


Изевел Раббының пәйғәмбәрҙәрен ҡырған саҡта, Ғовадъяһ йөҙ пәйғәмбәрҙе иллешәрләп-иллешәрләп ике мәмерйәгә йәшерҙе һәм икмәк, һыу менән тәьмин итеп торҙо.


Изевел Ильясҡа: «Әгәр ҙә иртәгә ошо ваҡытҡа мин һиңә һин пәйғәмбәрҙәргә эшләгәнде эшләмәһәм, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тигән хәбәр ебәрҙе.


Бығаса Ахав һымаҡ бер кемдең дә шул ҡәҙәрле Раббы күҙендә яман булған эштәргә бирелгәне юҡ ине. Ҡатыны Изевел уны гел генә ҡотортоп торҙо.


Изреғилле Навоҫтың: «Аталарымдан ҡалған биләмәне һиңә бирмәйем», – тигәненә Ахавтың ныҡ йәне көйҙө. Өйөнә кәйефе боҙолоп ҡайтып инде лә, ашамай-эсмәй, түшәгенә барып ятты.


– Изреғилле Навоҫҡа: «Йөҙөм баҡсаңды миңә һат, көмөш бирермен, йәки, теләһәң, уның урынына баҡса бирермен», – тигәйнем, «Йөҙөм баҡсамды һиңә бирмәйем», – тип яуап бирҙе, – тине Ахав.


Батша миңә: – Йөҙөң ниңә ҡайғылы күренә? Ауырығанға оҡшамағанһың. Сир-сырхауың булмаһа, ҡайғың йөрәгеңдәлер ахыры, – тине. Мин ҡурҡып киттем дә батшаға:


Шунан һуң Эстер, батша тарафынан үҙенә беркетелгән алашарҙарҙың береһе Һаҫахты саҡырып алып, Мордехай менән ни булғанын, уның ни өсөн шулай эшләгәнен белешергә ебәрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ