Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 21:4 - Изге Яҙма

4 Изреғилле Навоҫтың: «Аталарымдан ҡалған биләмәне һиңә бирмәйем», – тигәненә Ахавтың ныҡ йәне көйҙө. Өйөнә кәйефе боҙолоп ҡайтып инде лә, ашамай-эсмәй, түшәгенә барып ятты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 21:4
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Амнон һеңлеһе Тамар тип шул тиклем ғазапланды, хатта ауырыуға һабышты. Тамар ғиффәтле ҡыҙ булғанлыҡтан, Амнон уға ҡағылыу мөмкин булмаған бер эш тип уйлай ине.


Ул Амнонға: – Эй батша улы, әйт әле миңә, ниңә һин көндән-көн ябығаһың? – тип һораны. – Ҡустым Авшаломдың һеңлеһе Тамарҙы яратам мин, – тине Амнон.


Асыуланған Ахав, хәүефкә батып, Самариялағы һарайына ҡайтып китте.


Әлеге ваҡиғаларҙан һуң бына ниндәй хәлдәр булды. Изреғилдә Самария батшаһы Ахавтың һарайы эргәһендә ошо ҡаланан Навоҫ тигән кешенең йөҙөм баҡсаһы бар ине.


Әммә Навоҫ: – Алла һаҡлаһын! Нисек мин аталарымдан ҡалған биләмәне һиңә бирәйем? – тип яуап ҡайтарҙы.


Ҡатыны Изевел уның янына килеп: – Нимәгә шул тиклем эсең боша, хатта тамағыңа ла ашаманың? – тип һораны.


Әммә батша ҡапҡаһы төбөндә йәһүд Мордехайҙы күрһәм, былар бөтәһе лә минең өсөн ҡиммәтен юғалта.


Ахмаҡты ҡыҙыулығы үлтерер, Бер ҡатлыны көнсөллөгө бөтөрөр.


Күпкә өмөт иткәнсе, булғанына ҡәнәғәт булыу хәйерлерәк. Был да – буш мәшәҡәт һәм ел артынан ҡыуыу.


Юнысҡа был оҡшаманы, ул бик ныҡ асыуланды һәм көйөндө.


– Асыуланып яҡшы эшләйем тиһеңме? – тип һораны Раббы.


Ҡояш сыҡҡас, Алла эҫе көнсығыш елен иҫтерҙе. Ҡояшҡа Юныстың башы беште. Ул хәлдән тайып, үҙенә үлем теләне: «Былай йәшәгәнсе, үлеүем артыҡ», – тип уйланы.


– Үҫемлек арҡаһында шулай асыуландыңмы? – тип һораны Алла Юныстан. – Эйе, – тине Юныс. – Үлем сигенә етерлек асыуландым.


Үҙ тормошоғоҙҙа Иблискә урын ҡалдырмағыҙ.


Һәр кемде, ымһындырып һәм әүрәтеп, үҙенең нәфселе теләге ҡоторта.


Әммә Шаул: – Ашамайым, – тип баш тартты. Шулай ҙа хеҙмәтселәре лә, ҡатын да ныҡ өгөтләгәс, тыңланы. Ерҙән тороп, түшәккә ултырҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ