29 – Күрҙеңме, Ахав Минең алдымда ҡайһылай күндәм булып ҡалды? – тине. – Шуға күрә Мин был бәләне ул тере саҡта ебәрмәйем. Әммә улы заманында нәҫел-нәсәбенә бәлә-ҡаза күндерәсәкмен.
Әммә атайың Дауыт хаҡына, быны һин йәшәгән дәүерҙә түгел, улың батша булғас эшләйәсәкмен.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Раббы Ильяс пәйғәмбәргә:
Өс йыл буйы Арам менән Исраил араһында һуғыш булманы.
Ахавтың Самарияла етмеш улы бар ине. Йеһу Самарияға Изреғилдең түрәләренә, аҡһаҡалдарға һәм Ахав улдарының тәрбиәселәренә хат ебәрҙе. Хатта былай тип яҙылғайны:
Йеһу Ахавтың Изреғилдә тере ҡалған бөтә нәҫел-нәсәбен, түрәләрен, яҡын дуҫтарын һәм ҡаһиндарын үлтерҙе, береһен дә иҫән ҡалдырманы.
Был ер вайран булып, бында йәшәүселәр ләғнәткә дусар булыр, тигән һүҙҙәремде ишеткәндән һуң, күңелең йомшарҙы һәм үҙеңдең тәкәбберлегеңде йүгәнләнең, ҡайғынан кейемеңде йыртып, алдымда иланың. Шуның өсөн Мин һине ишеттем, – ти Раббы. –
Йеһу йәйәһен йән көсөнә тартып, батшаның арҡаһына, ике ҡалаҡ һөйәгенең уртаһына, атып ебәргәйне, уҡ Йорамдың йөрәген үтә тишеп сыҡты. Батша арбаһына ҡапланып барып төштө.
– Ырғытығыҙ уны аҫҡа! – тип бойорҙо. Һарай әһелдәре батшабикәне аҫҡа бырғаны. Изевелдең ҡаны һарай диуарына һәм аттарға сәсрәне. Йеһу уның кәүҙәһен яу арбаһы менән тапап үтеп китте.
Раббы уларҙың ғәйептәрен танығанын күргәс, Шемағъяһҡа Үҙенең һүҙен еткерә: «Улар ғәйептәрен таныны, шуның өсөн уларҙы ҡырыуҙан тыйылам, тиҙҙән ҡотолоу ебәрермен. Йәрүсәлимгә асыуымды Шишаҡ ҡулы аша түкмәҫмен.
Шул саҡ ер йөҙөндә юлың мәғлүм булыр, Бар халыҡтар араһында ҡотҡарыуың билдәле булыр.
Муса менән Һарун, фирғәүен янына килеп былай тине: – Ғивриҙәр Аллаһы Раббы: «Һин Миңә буйһоноуҙан тағы күпме баш тартмаҡсы булаһың? Халҡымды ебәр, Миңә ғибәҙәт ҡылһындар.
Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.
Быларҙың барыһын да Үҙ ҡулдарым менән яратҡанмын, Һәммәһе шулай барлыҡҡа килде, – тип белдерә Раббы. – Мин баҫалҡы күңеллегә, рухы төшөнкөгә, Һүҙемдән тетрәнеп торғандарға бағам.
Эй Раббының һүҙен ишетеп тетрәнгәндәр, Уның һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ: «Минең исемем арҡаһында һеҙгә нәфрәт һаҡлаған, Һеҙҙе ҡыйырһытҡан ҡәрҙәштәрегеҙ: „Әйҙә Раббы Үҙенең шөһрәтен күрһәтһен, Беҙ шатланғанығыҙҙы күрәйек“, – тиҙәр. Әммә улар оятҡа ҡаласаҡ».
Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында уларҙың ни ҡыланғандарын күрмәйһеңме ни?
– Бына ул бөйөк Бабил, – тине ул, – үҙ көсөм һәм ҡеүәтем менән, үҙ даныма һәм хөрмәтемә төҙөгән батша ҡалаһы!
Алла уларҙың яуызлыҡ ҡылыуҙан туҡтағандарын, яман юлдан тайпылғандарын күрҙе. Шуға күрә Алла уларҙы йәлләне һәм әүәл уларға ебәрергә янаған бәләне күндермәне.
Һинең һымаҡ гонаһтарҙы ярлыҡаған, Үҙ халҡының иҫән ҡалғандарының ғәйебен ғәфү ҡылған, Мәңгелеккә асыуын тотмаған, Тоғро һөйөүенән ләззәт алғанБашҡа алла бармы?
Унан, ҡатынға табан борола биреп, һүҙен дауам итте: – Был ҡатынды күрәһеңме? Мин һинең өйөңә килдем, һин аяҡ йыуырға һыу ҙа бирмәнең. Ә ул аяҡтарымды күҙ йәштәре менән сылатты, сәстәре менән һөртөп алды.
Әллә, Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә йүнәлткәнен аңламайынса, Уның оло изгелеген, түҙемлеген һәм сабырлығын һанға һуҡмайһыңмы?
Ҡайһы берәүҙәр оҙаҡҡа һуҙылды тип иҫәпләһә лә, Раббы Үҙ вәғәҙәһен үтәүҙе оҙаҡлатмай. Киреһенсә, Ул һеҙгә сабырлыҡ күрһәтә, сөнки бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтә кешенең тәүбәгә килгәнен көтә.