22 Һинең нәҫелеңде лә Неват улы Яровғам менән Бағша улы Ахияһтың ғаиләләре кеүек үк юҡҡа сығарам, сөнки һин, Исраилды гонаһҡа батырып, Мине бик ныҡ асыуландырҙың», – тип әйтергә ҡушты.
Был хәл ауыр гонаһҡа килтерҙе. Халыҡ башмаҡ һынына ғибәҙәт ҡылыр өсөн Данға тиклем барып етә торған булды.
Был гонаһ Яровғам йортон һәләкәткә килтереүгә, нәҫелен ер йөҙөнән ҡоротоуға сәбәп булды.
Яровғамдың гонаһ ҡылғаны һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн, Раббы Исраилды ташлаясаҡ.
Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, Исраил халҡын гонаһҡа батырған Яровғамдың юлынан китте.
Исраил тәхетенә ултырып алыу менән, Зимри Бағшаның бөтә нәҫелен юҡ итте, зат-зәүере һәм дуҫ-иштәренән ир енесендәге бер генә кешене лә ҡалдырманы.
Ул тулыһынса Неват улы Яровғамдың юлынан китте һәм Исраил халҡын гонаһтарға батырып, мәғәнәһеҙ боттарға табыныуы менән Исраил Аллаһы Раббыны бик ныҡ асыуландырҙы.
Шуға күрә, Неват улы Яровғамдың нәҫелен нисек юҡ итһәм, Бағша менән уның нәҫелен дә шулай һепереп түгәсәкмен.
Белегеҙ, Раббының Ахав нәҫеленә ҡарата әйткән бер генә һүҙе лә бойомға ашмай ҡалманы, Раббы ҡоло Ильяс аша ни белдергән булһа, шуларҙың барыһын да ғәмәл ҡылды, – тине.
Неват улы Яровғам менән Ахияһ улы Бағшаның нәҫеленә ни ҡылған булһам, Ахав нәҫеленә лә шуны эшләйем.
Яҡшылыҡҡа яманлыҡ менән атҡандың йортонан бәлә китмәҫ.