19 Һин уға, Раббы былай тип әйтә, тиген: «Нимә, үлтерҙең дә, инде баҡсаһына хужа булырға йөрөйһөңмө? Эттәр Навоҫтың ҡанын ҡайһы урында ялаған, һинең ҡаныңды ла шунда ялаясаҡ».
– Яланғас икәнеңде һиңә кем әйтте? – тип һораны Раббы Алла. – Мин ашамаҫҡа ҡушҡан ағастың емешен ашаныңмы әллә?
Раббы былай ти: «Бәхетһеҙлекте Мин һиңә үҙ йортоңдан бирәм. Күҙ алдыңда ҡатындарыңды тартып алып, үҙеңдең яҡын кешеңә тапшырырмын. Ул һинең ҡатындарың менән көпә-көндөҙ ятып йоҡлар.
Ни өсөн һин, Раббының һүҙен һанға һуҡмайынса, Уның алдында яуызлыҡ ҡылдың? Хитти Урияһтың ҡатынын алыр өсөн уны ҡылыстан үлтерттең. Ғаммондар ҡылысынан үлтерттең һин уны.
Яу арбаһын фәхишәләр йыуына торған Самария быуаһында йыуҙылар, ә ҡанын эттәр яланы. Барыһы ла Раббы әйткәнсә булды.
Белегеҙ, Раббының Ахав нәҫеленә ҡарата әйткән бер генә һүҙе лә бойомға ашмай ҡалманы, Раббы ҡоло Ильяс аша ни белдергән булһа, шуларҙың барыһын да ғәмәл ҡылды, – тине.
Хатты алғас, улар батшаның бөтә улдарын да үлтерҙеләр ҙә, баштарын кәрзингә һалып, Изреғилгә Йеһуға ебәрҙеләр.
Шунан Ильясиғинға кеше ебәрҙе. Был мәлдә пәйғәмбәр ҡаланың аҡһаҡалдары менән өйөндә ултыра ине. Теге килгәнгә тиклем үк уларға: – Күрерһегеҙ, был үлтереүсе минең башымды ашарға кеше ебәргән. Ул бәндә килеү менән ишекте ябығыҙ, эскә индермәгеҙ. Уның артынан уҡ хакимы батша үҙе килеп етәсәк! – тине.
Һамандың Мордехай өсөн әҙерләткән дар ағасына уның үҙен аҫып ҡуйҙылар. Шунан һуң батшаның асыуы баҫылды.
Уның уңышын бушлай ашаһам, Ер эшкәртеүселәрҙең йәнен йонсотһам,
Алдарындағы табын уларға тоҙаҡ, Дуҫтарына иһә ҡапҡан булһын!
Сөнки түгелгән ҡандың ҡонон ҡайтарыр, иҫендә тотор, Иҙелгәндәрҙең зарын онотмаҫ.
Ҡәүемдәр үҙҙәре ҡаҙған соҡорға ҡоланы, Ҡорған ауҙары аяҡтарын сорнаны.
Йермеяһ пәйғәмбәр бөтә был һүҙҙәрҙе Йәрүсәлимдә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа һөйләп бирҙе.
Хаким, халыҡты биләмәләренән ҡыуып сығарып, уларҙың ерҙәрен үҙенә ала алмай. Улдарына бары тик үҙенең биләмәһен генә мираҫ итеп бирә ала. Халҡымдан бер кем дә үҙ биләмәһенән ҡыуып сығарылырға тейеш түгел».
«Ҡаланы ҡан өҫтөндә төҙөгәнгә, Ҡәлғәне яуызлыҡ менән һалғанға ҡайғы!»
Йортона хәрәм юл менән байлыҡ йыйыусыға, Һәләкәттән ҡасмаҡ булып Ояһын бейек-бейектә ҡороусыға ҡайғы!
сөнки хөкөм итһәгеҙ, һеҙҙе лә шулай хөкөм итерҙәр; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер.
Шунда Адони-Бәзәҡ: – Аяҡ-ҡулының баш бармаҡтары ҡырҡылған етмеш батша минең өҫтәлем аҫтына төшкән валсыҡты йыя торғайны. Инде хәҙер Алла миңә ҡылған ғәмәлдәремдең әжерен бирҙе, – тине. Адони-Бәзәҡте Йәрүсәлимгә килтерҙеләр, ул шунда вафат булды.