Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 21:15 - Изге Яҙма

15 Навоҫтың таш бәреп үлтерелеүен ишетеү менән Изевел Ахавҡа: – Бар, Навоҫтың һиңә көмөшкә лә һатырға теләмәгән баҡсаһына хужа бул, – тине. – Ул инде тере түгел, үлде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 21:15
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әлеге ваҡиғаларҙан һуң бына ниндәй хәлдәр булды. Изреғилдә Самария батшаһы Ахавтың һарайы эргәһендә ошо ҡаланан Навоҫ тигән кешенең йөҙөм баҡсаһы бар ине.


Аҙаҡтан Изевелгә: «Навоҫ таш бәреп үлтерелде», – тип хәбәр ебәрҙеләр.


Ахав, изреғилле Навоҫтың үлгәнен ишеткәс, уның баҡсаһын алырға китте.


– Һин Исраилда батша түгелме ни? – тине Изевел. – Тор, тамағыңа аша. Борсолма, Навоҫтың баҡсаһын мин һиңә үҙем алып бирәм.


– Ат егегеҙ! – тип бойорҙо Йорам. Уның яу арбаһына ат ектеләр. Исраил батшаһы Йорам менән Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ, һәр ҡайһыһы үҙенең яу арбаһында, Йеһуға ҡаршы сыҡты. Улар Изреғил кешеһе Навоҫтың биләмәһендә осрашты.


Хакимың Ахавтың ғаиләһен тотош юҡ итерһең. Шулай итеп Мин Үҙемә хеҙмәт иткән пәйғәмбәрҙәремдең һәм бөтә ҡолдарымдың түгелгән ҡандары өсөн Изевелдән үс алам.


Сөнки уларҙың ризығы – яуызлыҡ, залимлыҡтың шарабын эсәләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ