Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 21:10 - Изге Яҙма

10 Ике йүнһеҙ кешене уның ҡаршыһына ултыртығыҙ ҙа улар: „Навоҫ Алла менән батшаны хурланы“, – тип уға ҡаршы шаһитлыҡ ҡылһын. Шунан һуң уны тышҡа алып сығып, таш бәреп үлтерегеҙ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 21:10
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда осраҡлы рәүештә бер йүнһеҙ әҙәм – Бинйәмин ырыуынан Бихри улы Шевағ килеп эләккән була. Шул кеше, борғо ҡысҡыртып, халыҡты йыйҙы ла: – Дауытта беҙҙең өсөн өлөш юҡ, Ишай улында биләмә юҡ беҙгә. Эй исраилдар, һәр кем үҙ өйөнә ҡайтһын әйҙә, – тип ҡысҡырҙы.


Навоҫ йәшәгән ҡаланың аҡһаҡалдары менән күренекле кешеләре Изевел нисек яҙған, шулай эшләне.


Хаттарға былай тип яҙылғайны: «Ураҙа иғлан итегеҙ, халыҡты йыйығыҙ ҙа Навоҫты иң түргә ултыртығыҙ.


Шунан Ильясиғинға кеше ебәрҙе. Был мәлдә пәйғәмбәр ҡаланың аҡһаҡалдары менән өйөндә ултыра ине. Теге килгәнгә тиклем үк уларға: – Күрерһегеҙ, был үлтереүсе минең башымды ашарға кеше ебәргән. Ул бәндә килеү менән ишекте ябығыҙ, эскә индермәгеҙ. Уның артынан уҡ хакимы батша үҙе килеп етәсәк! – тине.


Мәжлес көндәре тамамланғас, Әйүп, балаларын саҡырып, пакланыу йолаһын атҡара. Иртән иртүк уларҙың һәр береһе өсөн тотош яндырыу ҡорбаны килтерә, сөнки: «Балаларымдың, күңелдәрендә Алланы хурлап, гонаһ ҡылған булыуҙары мөмкин», – тип фекер йөрөтә ине. Әйүп гел генә шулай эшләне.


Аллаға һүҙ тейҙермә, халҡыңдың башлығын хурлама.


тын алған һайын алдашҡан ялған шаһит, ағай-эненең араһын бутаған зат.


Ғәҙеллек ҡыуылды, дөрөҫлөк йыраҡта ҡалды. Сөнки хәҡиҡәт ҡала майҙанында абынды, Выждан инер өсөн юл тапманы.


– Ҡарғаған бәндәне тупламдан ситкә сығар. Уны ишеткән һәр кем ҡулын был әҙәмдең башына ҡуйһын һәм бар йәмғиәт уны таш бәреп үлтерһен.


Йәһүдтәр Уға: – Беҙ Һине яҡшы эштәрең өсөн түгел, ә көфөр һөйләүең, кеше булыуыңа ҡарамаҫтан, Үҙеңде Алла итеп күрһәтеүең өсөн үлтерергә теләйбеҙ, – тинеләр.


Шул мәлдә улар бер нисә кешене: «Беҙ уның Мусаға һәм Аллаға ҡаршы көфөр һүҙ һөйләгәнен ишеттек», – тип әйтергә ҡотортто.


Кәңәшмәлә ялған шаһиттарға һүҙ бирелде. – Был кеше ошо изге урынға һәм ҡанунға ҡаршы көфөр һөйләүҙән туҡтамай, – тине улар. –


үҙ даирәңдә йүнһеҙ кешеләр барлыҡҡа килгәнен һәм ҡала халҡын һеҙ белмәгән илаһтар артынан эйәрергә һәм уларға табынырға саҡырғандарын ишетһәң,


Ниндәй ҙә булһа енәйәт йәки гонаһ ҡылған кешенең ғәйебен иҫбатларға бер генә шаһит етмәй, һәр эш ике йәки өс шаһиттың күрһәтмәһе менән раҫланырға тейеш.


Улар шулай кәйефләнеп ултырғанда, ҡаланың аҙғын кешеләре, өйҙө уратып алып, ишек шаҡый башланы. Йорт хужаһына: – Һиңә килгән кешене сығар, беҙ уны татып ҡарайыҡ, – тип ҡысҡырҙылар.


Ғәлиҙең улдары йүнһеҙ кешеләр ине. Улар Раббыны таныманы,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ