Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 20:7 - Изге Яҙма

7 Исраил батшаһы үҙ иленең бөтә аҡһаҡалдарын саҡырып кәңәш һораны. – Ҡарағыҙ, был әҙәм ниндәй яманлыҡ уйлап тапты, – тине. – Ҡатындарым менән балаларымды, алтын-көмөшөмдө һорап ебәргәс, мин уға ҡаршы килмәгәйнем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 20:7
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иртәгә ошо ваҡытта ярандарымды ебәрәм. Улар һарайыңды һәм хеҙмәтселәреңдең өйҙәрен аҡтарыр, һиңә ҡәҙерле булған бөтә нәмәңде алыр.


Бөтә аҡһаҡалдар менән барса халыҡ: – Уны тыңлама, әйткәндәренә риза булма, – тине.


Изевел Ахав исеменән хаттар яҙҙы ла, уның мисәтен ҡуйып, Навоҫ йәшәгән ҡаланың аҡһаҡалдарына һәм күренекле кешеләренә ебәрҙе.


Сөләймән батша Раббының Килешеү һандығын Дауыт ҡалаһынан, йәғни Сиондан, күсереү өсөн Исраил аҡһаҡалдарын, ырыу һәм нәҫел башлыҡтарын Йәрүсәлимгә саҡырҙы.


Хатты уҡығас, Исраил батшаһы йәне көйөүҙән кейемдәрен йыртҡыслап ташланы. – Үлтерергә һәм терелтергә ҡөҙрәте булған Алламы ни мин! Нишләп ул миңә махау сиренән һауыҡтырырға кеше ебәреп ята? Күреп торорһоғоҙ, миңә бәйләнергә сәбәп эҙләй ул, – тип ҡысҡырып ебәрҙе.


Дауыт мең баштары, йөҙ баштары һәм барлыҡ башлыҡтар менән кәңәшләшә лә


Дауыт Йәрүсәлимгә Исраилдың барлыҡ түрәләрен: ырыу башлыҡтарын, батша хеҙмәтендәге хәрби бүлек етәкселәрен, мең баштарын, йөҙ баштарын, батшаның һәм уның улдарының бар мөлкәте һәм мал-тыуары өсөн яуаплы кешеләрҙе, һарай әһелдәрен, батыр яугирҙәрҙе һәм барлыҡ ғәйрәтле ирҙәрҙе йыя.


Улар, яуызлыҡтан ауырға ҡалып, бәлә тыуҙырыр, Ҡарындары хәйлә менән тулыр».


Доғаларым хозурыңда хуш еҫ төтәткән һымаҡ, Һонолған ҡулдарым киске ҡорбан һымаҡ ҡабул булһын!


Раббы һинең ҡыуанысың булһын – Ул һиңә йәнең ни теләй, шуны бирер.


Мөҡәддәс торлаҡта төбәлдем Һиңә – Ҡөҙрәтеңде, шөһрәтеңде күрҙем.


Уның үлем ҡоралы әҙер, Тоҫҡалған ялҡынлы уҡтар.


Өгөт-нәсихәтһеҙ халыҡ юҡҡа сығыр, кәңәшселәре күп халыҡ имен йәшәр.


Яҡшылыҡ эҙләгән илтифат табыр, яманлыҡ артынан эйәргән башына бәлә алыр.


күңелдәрендә йәбер-золом ниәтләйҙәр, телдәре яманлыҡ сәсә уларҙың.


Йөрәгендә уның һәр саҡ мәкер, һәр ваҡыт боҙоҡлоҡ уйлап йөрөй, ҡайҙа барһа ла, тауыш сығара.


Әлеге ике батша, мәкер уйлап, бер өҫтәл артына ултырыр һәм бер-береһенә ялған һүҙҙәр һөйләр, ләкин бер нәмә лә барып сыҡмаҫ, сөнки алдан билдәләп ҡуйылған ахыр сәғәте килеп етмәгән әле.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ