6 Иртәгә ошо ваҡытта ярандарымды ебәрәм. Улар һарайыңды һәм хеҙмәтселәреңдең өйҙәрен аҡтарыр, һиңә ҡәҙерле булған бөтә нәмәңде алыр.
Шунан ул өлкән улы Ғаяздың өйҙә булған иң яҡшы кейемдәрен алды ла кесе улы Яҡупҡа кейҙерҙе.
Дауыт Ғадҡа былай тип яуап ҡайтарҙы: – Бик ауыр миңә, әммә әҙәм ҡулына ҡалғансы, язаны Раббынан алыу яҡшыраҡ булыр, сөнки Уның рәхимлеге сикһеҙ.
Илселәр тағы килеп, былай тине: – Бен-Һадад былай ти: «Алтының менән көмөшөңдө, иң яҡшы ҡатындарың менән балаларыңды миңә бир», – тип әйткәйнем.
Исраил батшаһы үҙ иленең бөтә аҡһаҡалдарын саҡырып кәңәш һораны. – Ҡарағыҙ, был әҙәм ниндәй яманлыҡ уйлап тапты, – тине. – Ҡатындарым менән балаларымды, алтын-көмөшөмдө һорап ебәргәс, мин уға ҡаршы килмәгәйнем.
хаҡы бер мең драхма торған егерме алтын табаҡ, алтын менән тиң баһаланған ялтырап торған яҡшы баҡырҙан ике һауыт тапшырҙым.
Бот яһаусылар – бөтәһе лә буш бәндәләр, Яратҡан боттары һис файҙа килтермәй, Боттар, уларҙың шаһиттары, Бер нәмә лә күрмәй ҙә, аңламай ҙа, Шуға күрә хурлыҡҡа ҡалырҙар.
Илағыҙ, көтөүселәр, һыҡтағыҙ! Туҙанға ятып аунағыҙ, эй көтөү башлыҡтары! Һеҙҙе салыу көнө килеп етте! Мәйеттәрегеҙ ерҙә туҙрап ятыр, Селпәрәмә килгән затлы һауыттай булыр.
Хазина-байлығын талар өсөн, Дошман ҡулын һонған. Ят ҡәүемдәрҙең Изге торлаҡҡа, Һин, Раббы, яттарға аяҡ баҫырға тыйған, Йыйыныма кермәһендәр, тип бойорған, Мөҡәддәс урынға ингәндәрен күрә.
Афәтле, ҡаңғырып йөрөгән көндәрендә Әүәлге байлыҡ-зиннәтен иҫкә ала Йәрүсәлим. Халҡы дошман ҡулына эләккәс, Уға ярҙам итеүсе булманы. Уны күрә алмағандар тамаша ҡылып, Еңелеүенән көлдөләр генә.
Әфраим үҙ туғандары араһында Иң түллеһе булһа ла, Көнсығыш еле, сүллектән иҫкән Раббы еле күтәрелер: Шул саҡ инештәре кибер, Шишмәләре ҡороп ҡалыр. Хазинаһы юҡҡа сығыр, Бар зиннәттәренән яҙыр».
Сөнки Минең көмөшөмдө, алтынымды алдығыҙ, иң гүзәл ҡомартҡыларымды илаһтарығыҙҙың ҡорамдарына индереп ҡуйҙығыҙ.