5 Илселәр тағы килеп, былай тине: – Бен-Һадад былай ти: «Алтының менән көмөшөңдө, иң яҡшы ҡатындарың менән балаларыңды миңә бир», – тип әйткәйнем.
Был хаҡта ишеткәс, Аса Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған бөтә алтын-көмөштө алды ла, ярандары аша Дамаскта йәшәгән Арам батшаһына – Хезион улы Тавриммондың улы Бен-Һададҡа ебәрҙе. Уға былай тип әйтергә ҡушты:
– Әйткәнеңсә булһын, хакимым батша, – тип яуап ҡайтарҙы уға Ахав. – Үҙем дә, булған бөтә нәмәм дә һинеке.
Иртәгә ошо ваҡытта ярандарымды ебәрәм. Улар һарайыңды һәм хеҙмәтселәреңдең өйҙәрен аҡтарыр, һиңә ҡәҙерле булған бөтә нәмәңде алыр.