41 Шул саҡ пәйғәмбәр йөҙөн асты һәм батша уның пәйғәмбәрҙәрҙең береһе икәнен күрҙе.
Тамар, башына көл һибеп, өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, башын тотоп ҡысҡырып илай-илай китеп барҙы.
Пәйғәмбәр йөҙөн танымаҫлыҡ итеп ҡапланы ла юл буйына сығып Исраил батшаһының үткәнен көтә башланы.
Мин ҡолоң унда-бында ҡаранғансы, әсир ҡасып киткән. – Һин үҙеңә үҙең хөкөм сығарҙың, – тине Исраил батшаһы. – Әле генә нисек әйттең, шулай булыр.
Пәйғәмбәр Исраил батшаһына: – Раббы былай ти: «Мин үлемгә дусар иткән кешене ҡулыңдан ысҡындырҙың, шуға күрә уның йәне урынына һинең йәнең алыныр, уның халҡы урынына һинең халҡың ҡырылыр», – тип белдерҙе.
Әйүп, шеш-ҡутырҙарын тырнар өсөн ҡулына бер көршәк ватығы тотоп, көл өҫтөндә ултырҙы.
Бисара халҡым, ҡыл туҡыма уран, Көлгә ятып ауна. Яңғыҙ улың өсөн йәш түккәндәй, Әсенеп, әрнеп ила, Сөнки дошман беҙгә көтмәгәндә һөжүм итер.