40 Мин ҡолоң унда-бында ҡаранғансы, әсир ҡасып киткән. – Һин үҙеңә үҙең хөкөм сығарҙың, – тине Исраил батшаһы. – Әле генә нисек әйттең, шулай булыр.
Раббы Наҫан пәйғәмбәрҙе Дауытҡа ебәрҙе. Наҫан, уның янына килеп, былай тине: – Бер ҡалала ике кеше йәшәгән: береһе бай, икенсеһе фәҡир булған.
– Шулай икән, ни өсөн һин Алла халҡына ҡаршы эш итәһең? – тине ҡатын. – Батша үҙенең һүҙҙәре менән үҙенә хөкөм сығара, сөнки үҙенән ҡыуылған кешеһен ҡайтарып алмай бит.
Батша уның янынан үтеп барғанда, пәйғәмбәр былай тип ҡысҡырҙы: – Мин ҡолоң һуғышҡа барғайным. Бер кеше миңә әсиргә төшкән дошман яугирен килтерҙе лә: «Уны һаҡла. Әгәр ҡасып китһә, башың менән яуап бирәсәкһең, йәки бер талант көмөш түләйәсәкһең», – тине.
Шул саҡ пәйғәмбәр йөҙөн асты һәм батша уның пәйғәмбәрҙәрҙең береһе икәнен күрҙе.
Һине хөкөм итеүсе мин түгел – үҙ ауыҙың, Ҡаршы шаһитлыҡ итә үҙеңдең телең.
Раббы эшен әпен-төпөн башҡарғанға ләғнәт төшһөн! Ҡылысын ҡан ҡойоуҙан тотҡарлағанға ләғнәт төшһөн!
Хужа иһә уға: «Мин һине үҙ һүҙҙәрең менән хөкөм итәм, булдыҡһыҙ хеҙмәтсе! Минең аяу белмәҫ булғанымды, һалмағанды алғанымды, сәсмәгәнде урғанымды белә инең бит!