36 Шул саҡ пәйғәмбәр уға: – Раббының әйткәнен тыңламағаның өсөн янымдан китеүең булыр, һине арыҫлан үлтерер, – тине. Был кеше пәйғәмбәр эргәһенән киткәйне, уға арыҫлан тап булды һәм йыртҡыслап ташланы.
Алла бәндәһен юлынан кире борған пәйғәмбәр был хаҡта ишетеп: – Раббының әйткәнен тотмаған Алла бәндәһе ул, – тине. – Шуның өсөн Раббы уға ҡаршы арыҫлан ебәргән һәм арыҫлан уны талап үлтергән. Шулай итеп Раббының әйткән һүҙе бойомға ашты.
Пәйғәмбәр икенсе кешегә барып, уның һуғыуын һораны. Быныһы пәйғәмбәргә шул тиклем итеп ҡундырҙы, хатта йәрәхәтләне.