35 Пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән булған берәү Раббы ихтыяры буйынса иптәшенән: – Миңә берҙе һуҡ әле, – тип үтенде. Әммә иптәшенең уға һуҡҡыһы килмәне.
Йерихо пәйғәмбәрҙәре төркөмө алыҫтан быны күреп бер-береһенә: – Ильястың рухы Ильясиғинға иңде, – тиештеләр. Шунан уның алдына килеп, ергә тиклем баш эйҙеләр.
Шунан Ул шәкерттәренә былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын йөкмәп, Миңә эйәрһен.
Ғамос Амасъяһҡа: – Мин пәйғәмбәр ҙә, пәйғәмбәр нәҫеленән дә түгелмен. Мин мал ҡарайым һәм ҡырағай инжир ағастарын тәрбиәләйем.
Шунан тимер таба ал. Уны үҙең менән ҡала араһына тимер диуар кеүек итеп ҡуй ҙа йөҙөңдө уға табан бор. Әйҙә, ҡала ҡамалышта булһын, уны һин ҡамалышта тотасаҡһың! Был Исраил нәҫеле өсөн билдә булыр.
Бына мин һәм Раббы миңә биргән балалар; беҙ – Сион тауында төйәк иткән Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Исраилдағы билдәләре һәм хикмәттәребеҙ.
Ильясиғин Гилгалға әйләнеп ҡайтты. Бында аслыҡ ине. Эргәһенә бер төркөм пәйғәмбәрҙәр йыйылғас, хеҙмәтсеһенә ҙур ҡаҙанды усаҡҡа ҡуйып уларға ашарға бешерергә ҡушты.
Бер көндө Ильясиғинға пәйғәмбәрҙәр төркөмөндәге бер кешенең ҡатыны ярҙам һорап килде. – Эй хакимым, минең ирем, һинең ҡолоң, үлде! Үҙең беләһең, ул Раббынан ҡурҡҡан кеше ине. Әле иһә унан аласағы булған бер әҙәм килде лә бурыс өсөн ике улымды ҡол итергә теләй, – тине ул.
Шунда йәшәүселәрҙең береһе: – Ә тегеләренең аталары кем һуң? – тип яуапланы. Шунан бирле: «Шаул да пәйғәмбәр булғанмы?» – тигән һүҙ әйтем булып китте.
Беҙ әле әйтәсәк һүҙҙәр – Раббы һүҙҙәре: беҙ, иҫәндәр – Раббы килгәнгә тиклем йәшәйәсәк кешеләр – үлем йоҡоһона талғандарҙан алдараҡ була алмаҫбыҙ.