Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 20:31 - Изге Яҙма

31 – Беҙ Исраил батшаларын мәрхәмәтле батшалар тип ишеттек. Билебеҙгә ҡыл туҡыма урап, башыбыҙға бау тағып, Исраил батшаһына барайыҡмы әллә? Бәлки, ул һине тере ҡалдырыр? – тине ярандары Бен-Һададҡа.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 20:31
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яҡуп өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, биленә ҡыл туҡыма ураны, улы өсөн хәсрәтләнеп бик оҙаҡ ваҡыт йәш түкте.


Теҡоғаға кеше ебәреп унан бер аҡыллы ҡатынды килтертте. Ул был ҡатынға: – Ҙур хәсрәткә тарыған кеше кеүек өҫтөңә ҡайғы кейемдәре кей ҙә, зәйтүн майы һөртмәйенсә, мәрхүм булған кеше өсөн күп көндәр илаған ҡатын ҡиәфәтендә


Дауыт Йоавҡа һәм уның кешеләренә: – Өҫтөгөҙҙәге кейемегеҙҙе йыртып, ҡыл туҡымаға уранығыҙ, Авнер өсөн илағыҙ, – тине. Дауыт батша Авнерҙың мәйетен үҙе оҙата барҙы.


Ярандары Арам батшаһына: – Исраилдарҙың Аллаһы – тауҙар аллаһы, – тинеләр. – Бына шуға күрә лә улар беҙҙе еңеп сыҡты. Әгәр ҙә тигеҙлектә һуғышһаҡ, беҙ уларҙы пыран-заран килтерәсәкбеҙ.


Билдәренә ҡыл туҡыма урап, баштарына бау таҡтылар ҙа Исраил батшаһына киттеләр. – Ҡолоң Бен-Һадад ғүмерен һаҡлауыңды ялбара, – тинеләр. – Бен-Һадад тереме ни? Ул бит миңә туғаным кеүек, – тип яуап ҡайтарҙы Ахав.


Ярандары иһә артынан эйәреп: – Хакимыбыҙ, әгәр пәйғәмбәр һиңә берәй ҡыйын нәмә ҡушһа, үтәмәҫ инеңме ни? Ә ул һиңә: «Йыуын да таҙарынырһың», – тип кенә әйтте, – тинеләр.


Ҡалаға инәйек тиһәк, унда аслыҡ – үләсәкбеҙ. Бында ултырһаҡ та шул уҡ үлем. Әйҙә арамиҙар тупламына барайыҡ. Тере ҡалдырһалар, йәшәрбеҙ; үлтерһәләр – үлербеҙ, – тине.


– Бар, Шушанда булған бөтә йәһүдтәрҙе йый ҙа өс көн, өс төн ашамай-эсмәй минең өсөн ураҙа тотоғоҙ. Мин дә хеҙмәтсе ҡыҙҙарым менән бергә шул рәүешле ураҙа тотормон, шунан, ҡанунға ҡаршы килеп булһа ла, батша янына барырмын. Үлергә яҙһа – үлермен, – тип әйтергә ҡушты.


– Тире урынына тире! – тип яуапланы шайтан. – Йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн әҙәм бер нәмәһен дә ҡыҙғанмай.


Батшаны мәрхәмәт менән хаҡлыҡ һаҡлай, тоғролоҡ уның тәхетен тотоп торор.


Мөхәббәткә нигеҙләнгән тәхет Дауыт сатырында урынлашыр. Унда ғәҙеллек эҙләгән, дөрөҫлөккә ынтылған, Арымай-талмай хаҡ хөкөм ҡылған хаким ултырыр.


Ул көндө бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.


Был хаҡта ишеткәс, Хизкияһ батша кейемдәрен йыртып ташланы ла, ҡыл туҡыма уранған килеш, Раббы йортона йүнәлде.


Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!


Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ