Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 20:30 - Изге Яҙма

30 Иҫән ҡалғандары Афеҡҡа, ҡала эсенә ҡасты. Әммә уларҙың өҫтөнә ҡала диуары ҡоланы һәм егерме ете мең кеше шуның аҫтында ҡалып үлде. Бен-Һадад үҙе бер өйҙән икенсе өйгә ҡасып йөрөнө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 20:30
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алыш бөтә тирә-яҡҡа йәйелде һәм ул көндә халыҡ ҡылыстан үлгәнгә ҡарағанда, күберәк урман шырлығында һәләк булды.


Бынан һуң Бен-Һадад уға: – Самариянан ҡалған саң-туҙан яугирҙәремә ҡуш услап алырға етһә, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тигән хәбәр ебәрҙе.


Һәр кем үҙенең дошманына ташланды. Арамиҙар боролоп ҡасырға тотонғайны, исраилдар арттарынан төштө. Арам батшаһы Бен-Һадад атына менә һалып һыбайлылары менән бергә ҡасып ҡотолдо.


Киләһе яҙҙа Бен-Һадад ғәскәрен тупланы ла исраилдар менән һуғышырға Афеҡ ҡалаһына йүнәлде.


Ғәскәрҙәр бер-береһенең ҡаршыһында ете көн буйы торҙо. Етенсе көндө һуғыш башланды. Исраилдар бер көн эсендә арамиҙарҙың йөҙ мең йәйәүле яугирен ҡырып һалды.


– Быны һин ҡайҙа йәшенергә белмәйенсә, иң төпкө бүлмәлә боҫоп ултырған көндө белерһең, – тип яуапланы Михаяһ.


Шунан улар Бәғелгә ҡорбандар, тотош яндырыу ҡорбандары килтерә башланы. Йеһу ҡорам тышында һикһән яугирен ҡалдырып, уларға: – Мин ҡулығыҙға тапшырған был кешеләрҙең береһе генә ҡасып ҡотолһа ла, башығыҙ менән яуап бирәһегеҙ! – тип бойорғайны.


Унда барғандан һуң, Нимшиҙың ейәне, Йеһошафаттың улы Йеһуҙы тап. Уны иптәштәре араһынан саҡырып ал да төпкө бүлмәгә алып ин.


– Быны һин ҡайҙа йәшенергә белмәйенсә, иң төпкө бүлмәлә боҫоп ултырған көндө белерһең, – тип яуаплай Михаяһ.


Дәһшәтле тауыштан ҡасҡан соҡорға ҡолар, Соҡорҙан сыҡҡан тоҙаҡҡа ҡабыр. Күк ҡабаҡтары асылыр, Ерҙең нигеҙҙәре һелкенер.


Шулай булғас, был гонаһ һеҙҙең өсөн Бейек диуарҙағы ярыҡ һымаҡ булыр. Диуар бер мәл күҙ асып йомған арала ишелеп төшөр.


Дәһшәттән ҡасҡан соҡорға төшөр, Соҡорҙан сыҡҡан тоҙаҡҡа эләгер. Сөнки Моавтың өҫтөнә Яза йылы килтерәм, – тип белдерә Раббы. –


Кеше арыҫландан ҡасып, Айыуға барып юлыҡҡан кеүек, Өйөнә йүгереп инеп, ҡулын диуарға ҡуйыуға Ҡара йылан саҡҡан кеүек,


Кармәл тауының башына ҡасһалар, Унда ла эҙләп табып тотормон. Күҙ алдымдан йыраҡҡа, диңгеҙ төбөнә йәшенһәләр, Йыланға бойорормон, уларҙы саҡһын.


Йәки Шилоах манараһы ауғанда уның аҫтында ҡалып һәләк булған ун һигеҙ кеше Йәрүсәлимдә йәшәгән бөтәһенән дә ғәйеплерәк ине тип уйлайһығыҙмы?


сидондарҙыҡы булған Ғара ҡалаһынан алып Афеҡҡа һәм әмөри сиктәренә тиклем ҡәнғәниҙәрҙең бөтә ерҙәре;


Авимәләх уларҙы ҡасырға мәжбүр итте һәм ҡала ҡапҡаһына еткәнсе баҫтырып барҙы, күптәр үлтерелде.


Пелештиҙәр бөтә ғәскәрҙәрен Афеҡта тупланы. Исраилдар иһә Изреғилдәге инеш янында урынлашты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ