Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 20:27 - Изге Яҙма

27 Исраил ғәскәре лә тупланды. Аҙыҡ-түлек алып уларға ҡаршы сыҡтылар һәм арамиҙар алдында туплам ҡорҙолар. Ерҙе ябып килгән арамиҙар ғәскәре ҡаршыһында Исраил яугирҙәре ике бәләкәй генә кәзә көтөүе кеүек күренә ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 20:27
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул саҡ Йорам батша Самариянан сыҡты ла бөтә Исраил ғәскәрен бер урынға тупланы.


Был ҡояш аҫтында мин тағы ла шуны күрҙем: Ярышта еңеү иң етеҙҙәргә, Алышта иң ҡыйыуҙарға булмай икән. Эшләп тапҡан икмәк – иң аҡыллыларға, Байлыҡ – белемлеләргә, Абруй-хөрмәт оҫталарға эләкмәй. Быларҙың барыһын да осраҡлылыҡ һәм ваҡыт хәл итә.


Әгәр уларҙың Ҡаяһы ҡурсалауҙан туҡтамаһа, Раббы уларҙы дошмандары ҡулына тапшырмаһа, Нисек берәү мең кешене ҡыуыр, Икәү ун меңде баҫтырыр ине?


Исраилдар сәсеү эштәрен тамамлауға, мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм башҡа көнсығыш халыҡтары Исраилға баҫып инә лә,


Был халыҡтар үҙ малы, сатырҙары менән, саранча һымаҡ, ер баҫып килә, уларҙың үҙҙәренең дә, дөйәләренең дә иҫәбенә-һанына сығырлыҡ түгел. Исраил ерен талап, уны иңләп-буйлап йөрөйҙәр.


Мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм көнсығыш халҡы үҙәндә саранча һымаҡ күмәк ине. Дөйәләре лә диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле иҫәпһеҙ-һанһыҙ.


Гидғон өс йөҙ кешене генә алып ҡалды ла, ҡалған исраилдарҙы сатырҙарына ҡайтарып ебәрҙе. Был өс йөҙ кеше ҡайтып киткәндәрҙең ашамлығын һәм мөгөҙ борғоларын алып ҡалды. Мидйәндәрҙең тупламы аҫта, үҙәндә ине.


Шаул Гивға янындағы Мигронда анар ағасы аҫтында ултыра ине. Эргәһендә алты йөҙгә яҡын кешеһе бар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ