19 Ҡаланан беренсе булып өлкә башлыҡтары ебәргән йәш яугирҙәр, улар артынан Исраил ғәскәре сыҡты.
Өлкә башлыҡтары ебәргән йәш яугирҙәр алдан төшөп алды. Бен-Һадад күҙәтселәр ебәргән ине, улар: «Самариянан кемдәрҙер сыҡты», – тип хәбәр итте.
– Әгәр солох төҙөшөргә килһәләр, тереләй ҡулға алығыҙ. Алыш менән килһәләр ҙә тереләй ҡулға алығыҙ! – тип бойорҙо Бен-Һадад.
Һәр кем үҙенең дошманына ташланды. Арамиҙар боролоп ҡасырға тотонғайны, исраилдар арттарынан төштө. Арам батшаһы Бен-Һадад атына менә һалып һыбайлылары менән бергә ҡасып ҡотолдо.
Бына Йоав ғәскәре менән арамиҙарға һөжүм итә һәм тегеләр унан ҡаса башлай.