17 Өлкә башлыҡтары ебәргән йәш яугирҙәр алдан төшөп алды. Бен-Һадад күҙәтселәр ебәргән ине, улар: «Самариянан кемдәрҙер сыҡты», – тип хәбәр итте.
Был хаҡта ишеткәс, Аса Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған бөтә алтын-көмөштө алды ла, ярандары аша Дамаскта йәшәгән Арам батшаһына – Хезион улы Тавриммондың улы Бен-Һададҡа ебәрҙе. Уға былай тип әйтергә ҡушты:
Улар төш мәлендә ҡуҙғалды. Был ваҡытта Арам батшаһы Бен-Һадад эргәһендәге утыҙ ике батша менән бергә сатырҙа иҫерешеп ултыралар ине.
– Әгәр солох төҙөшөргә килһәләр, тереләй ҡулға алығыҙ. Алыш менән килһәләр ҙә тереләй ҡулға алығыҙ! – тип бойорҙо Бен-Һадад.
Ҡаланан беренсе булып өлкә башлыҡтары ебәргән йәш яугирҙәр, улар артынан Исраил ғәскәре сыҡты.