13 Шул саҡ Исраил батшаһы Ахавҡа бер пәйғәмбәр килеп әйтте: – Раббы былай ти: «Анау һанһыҙ сиреүҙе күрәһеңме? Мин бөгөн уны һинең ҡулыңа тапшырам. Шул саҡ һин Минең Раббы булғанымды белерһең».
Бына Йоав ғәскәре менән арамиҙарға һөжүм итте һәм тегеләр унан ҡаса башланы.
Ошоларҙың барыһын да күреп торған халыҡ: – Раббы – Алла, Раббы ысын Алла! – тип йөҙтүбән ергә ҡапланды.
– Кем аша бирелер? – тип һораны Ахав. – Өлкә башлыҡтары ебәргән йәш яугирҙәр аша, тип әйтә Раббы, – тине пәйғәмбәр. – Һөжүмде кем башлар? – тип һораны батша. – Һин башлаясаҡһың, – тип яуап бирҙе пәйғәмбәр.
Пәйғәмбәр Исраил батшаһына килеп: – Бар, көс тупла, нимәләр эшләргә кәрәклеген ныҡлап уйла, сөнки киләһе яҙ Арам батшаһы йәнә яу менән киләсәк, – тине.
Бер Алла бәндәһе Исраил батшаһы янына килеп былай тине: – «Раббы – тауҙар аллаһы, үҙәндәр аллаһы түгел», – тип әйткәндәре өсөн Мин был ҙур сиреүҙе тотошлай һинең ҡулыңа тапшырам. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ, – тип әйтә Раббы.
Әммә Раббы Исраил халҡын йәлләне, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән төҙөшкән килешеүе хаҡына уларға рәхим-шәфҡәт күрһәтте. Уларҙы юҡ итергә теләмәне, әлеге көнгә ҡәҙәр уларҙан ваз кисмәне.
Тик Раббы өсөн был ғына аҙ. Ул Моавты ла ҡулығыҙға тапшырыр.
– Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ, – тине Ильясиғин. – Ул былай ти: «Иртәгә ошо ваҡытта Самарияның ҡапҡаһы янында бер сеа иң һәйбәт он һәм ике сеа арпа бер шекел көмөшкә һатыласаҡ».
Ул былай ти: – Бөтә йәһүҙиҙәр, Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Йеһошафат батша, тыңлағыҙ! Һеҙгә Раббы былай ти: «Был иҫәпһеҙ-һанһыҙ сиреүҙән ҡурҡмағыҙ, ҡотоғоҙ осмаһын! Был һуғыш һеҙҙеке түгел, ә Алланыҡы.
Был юлы һеҙгә һуғышаһы түгел; һеҙ шунда баҫығыҙ ҙа Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын ҡарап тороғоҙ. Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим! Ҡурҡмағыҙ, ҡотоғоҙ алынмаһын! Иртәгә ҡаршыларына барығыҙ, Раббы һеҙҙең менән булыр».
Фирғәүенде, уның яу арбаларын һәм атлыларын еңеп, шөһрәтемде күрһәткәс, мысырҙар белер: Мин – Раббы.
– Мин Исраил халҡының ризаһыҙлығын ишеттем. Әйт уларға: кистән ит ашарһығыҙ, иртәнсәк икмәк менән туҡланырһығыҙ. Шул сағында Минең Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ икәнемде белерһегеҙ.
Йә Раббы Аллабыҙ, инде беҙҙе Санхеривтың ҡулынан ҡотҡарһана, бөтә донъя батшалыҡтары Һинең, йә Раббым, берҙән-бер булғаныңды белһен».
Әммә исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡҡанымды күргән ҡәүемдәр күҙендә Мин Үҙемдең исемем хаҡына, исемемә тап төшмәһен өсөн улай эшләмәнем.
Әммә ҡулымды тыйҙым. Исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡҡанымды күргән ҡәүемдәр алдында исемем хаҡына, исемем хурлыҡҡа ҡалмаһын өсөн Мин быны эшләмәнем.
Арағыҙҙа йәндәре ҡыйылғандар ергә ҡолар. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.
«Шунда Минең Раббы – Мөҡәддәс тауым Сионда төйәкләнгән Аллағыҙ икәнемде белерһегеҙ. Йәрүсәлим изге урын булыр; Ят ҡәүемдәр бүтән уның аша үтә алмаҫ.
– Уларҙан ҡурҡма, – тине уға Раббы. – Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам. Берәүһе лә һиңә ҡаршы тора алмаҫ.