Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 20:12 - Изге Яҙма

12 Башҡа батшалар менән сатырында эсеп ултырған Бен-Һадад был һүҙҙәрҙе ишеткәс үҙенең ғәскәренә: – Һөжүмгә әҙерләнегеҙ! – тип фарман бирҙе. Ғәскәр ҡала ҡаршыһында сафҡа теҙелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 20:12
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Авшалом үҙенең хеҙмәтселәренә былай тип бойорҙо: – Ҡарап ҡына тороғоҙ ҙа, Амнон иҫереп ғәмен юғалтҡас, мин: «Амнонды сәнсегеҙ», – тип әйтермен. Үлтерегеҙ уны, ҡурҡмағыҙ, мин шулай ҡушам, үҙегеҙҙе ҡыйыу, батыр тотоғоҙ.


Ярандарының береһе, ғәскәрҙәге яу арбаларының яртыһына башлыҡ булып торған Зимри, уға ҡаршы фетнә ойошторҙо. Бер көндө Эла Тирсалағы һарай вәзире Арсаның өйөндә эсеп иҫергәйне.


Улар төш мәлендә ҡуҙғалды. Был ваҡытта Арам батшаһы Бен-Һадад эргәһендәге утыҙ ике батша менән бергә сатырҙа иҫерешеп ултыралар ине.


Шунан уларға әйт: «Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Бына, Мин Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы бында алып киләм. Уның тәхетен йәшерелгән ошо таштар өҫтөнә ҡуям. Ошонда ул үҙенең күркәм сатырын ҡорор.


Башына шарап һуҡҡас, Белшассар атаһы Навуходоносор тарафынан Йәрүсәлим ҡорамынан алып ҡайтылған алтын һәм көмөш һауыттарҙы алып килергә ҡушты: батша үҙенең вәзир-бәктәре, ҡатындары һәм йәриәләре менән шунан шарап эсмәксе булды.


Шул уҡ төндө Халдей батшаһы Белшассар үлтерелде.


Һаҡ булығыҙ! Самаһыҙ ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.


Шарап эсеп иҫермәгеҙ, сөнки ул боҙоҡлоҡҡа килтерә, киреһенсә, Изге Рух менән һуғарылығыҙ.


Авигаил Навал янына ҡайтты. Ҡараһа, ул өйөндә батшаларға торошло табын ҡороп ултыра. Күңеле күтәренке, ныҡ иҫерек. Шуға күрә ҡатын иртәнсәккә тиклем уға бер нәмә лә өндәшмәне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ