Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 2:6 - Изге Яҙма

6 Аҡылыңа таянып эш ит, әммә Йоавтың сал сәсле башына үлеләр донъяһына тыныс ҡына китергә ихтыяр бирмә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 2:6
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Юҡ, – тине Яҡуп, – улымды һеҙҙең менән ебәрмәйем. Ағаһы үлде, Бинйәмин бер үҙе ҡалды. Әгәр юлда бер-бер хәл була ҡалһа, мине, сал сәсле ҡартты, ҡайғыға батырып, гүргә индерәсәкһегеҙ!


Ҡанығыҙ ҡойолоп, йәнегеҙ ҡыйылһа, ҡан ҡойғандың – йыртҡысмы ул, әллә туғанының ғүмерен өҙгән бәндәме – үҙенең ҡаны ҡойолоуға дусар итәсәкмен.


Әгәр берәү ҡойһа әҙәм ҡанын, Үҙ ҡаны ла кеше ҡулынан түгелһен, Сөнки Алла кешене Үҙ сүрәтендә яратты.


Батша булып мәсехләнһәм дә, мин әлегә көсһөҙмөн, ә был бәндәләр – Серуяһ улдары – үтә аяуһыҙ. Раббы уларҙың яуызлығына күрә язаһын бирһен, – тине.


Ғилғәд кешеһе Барзиллайҙың улдарына мәрхәмәт ҡыл, табыныңда ултырғандар араһында уларға ла урын бир, сөнки Авшалом ағайыңдан ҡасып барған сағымда улар миңә ныҡ ярҙам итте.


Шулай ҙа уны язаһыҙ ҡалдырма. Һин аҡыллыһың, уны нимә эшләтергә үҙең белерһең. Әммә уның сал сәсле башы үлеләр донъяһына ҡанға батып инһен.


Шуға күрә теләгеңде үтәйем: һиңә зирәк зиһен һәм аңлау ҡеүәһе бирәм. Һиндәй аҡыллының быға тиклем дә булғаны юҡ, бынан һуң да булмаҫ.


Шуға күрә Мин һине ата-бабаларың янына оҙатырмын, һин тыныслыҡта дәфен ҡылынырһың. Күҙҙәрең был урынға Мин килтерәсәк оло һәләкәтте күрмәҫ“». Ҡайтып, был яуапты батшаға һөйләп бирҙеләр.


Аҡыллы батша залимдарҙы иләп айырыр, өҫтәренән һуҡҡыс тәгәрмәсен тәгәрәтер.


Кеше ҡанын ҡойған әҙәм ҡәбергәсә ҡасып йөрөһөн, тынғы белмәһен, уға һис кем ярҙам итмәһен.


Яман эштәр өсөн яза тиҙ бирелмәгән саҡта, кешеләр енәйәт ҡылыуға әүәҫләнә.


«Залимдарға иһә именлек юҡ», – ти Раббы.


Тыныслыҡҡа ирешә. Дөрөҫ юлда йөрөгәндәр Мәңгелек урындарында тыныс ята.


«Яуыздарға именлек юҡ!» – ти минең Аллам.


Инде унда яңы тыуған сабыйҙар үлмәҫ, Өлкән йәшкә етмәйенсә, һис кем вафат булмаҫ. Берәйһе йөҙ йәштә донъя ҡуйһа, „Йәшләй китте“ тип әйтерҙәр, Йөҙгә етмәй киткәнде ҡарғалған тип һанарҙар.


Үҙегеҙ йәшәгән ерҙе нәжесләмәгеҙ, сөнки ҡан ерҙе нәжесләй, ерҙе бары тик ҡан ҡойоусының ҡаны менән генә пакландырып була.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ