46 Батша Йеһоядағ улы Бенаяһҡа әмер бирҙе. Ул барып Шимғиҙе үлтерҙе. Шулай итеп, Сөләймән батшалыҡты ныҡлап үҙ ҡулына алды.
Сөләймән атаһы Дауыттың тәхетенә ултырҙы һәм уның батшалығы бик ҡеүәтле булды.
Сөләймән батша Йеһоядағ улы Бенаяһҡа бойороҡ бирҙе. Бенаяһ барып Адонияһты үлтерҙе.
Йеһоядағ улы Бенаяһ барып Йоавты үлтерҙе лә мәйетен өйөнөң эргәһендәге ҡырҙа күмделәр.
Ә Сөләймән батша фатихалы булыр, Дауыттың тәхете Раббы ҡаршыһында мәңге ныҡ торор!
Дауыт улы Сөләймән батша булараҡ бик нығына. Раббы Аллаһы уның менән була, абруйын үҫтерә.
Яуызды батшанан айыр, ғәҙеллек менән тәхет нығыр.
Батшаның хаҡ хөкөмө илде нығыта, ришүәт яратыуы – бөлдөрә.