30 Бенаяһ Раббының Изге сатырына барып Йоавҡа: – Батша һиңә бынан сығырға бойорҙо, – тине. – Юҡ, мин ошонда үләм, – тип ҡаршылашты Йоав. Бенаяһ кире барып батшаға Йоавтың яуабын еткерҙе.
Йоавтың Раббы сатырына йәшенеп, ҡорбан усағы янында торғанын Сөләймән батшаға еткерҙеләр. Сөләймән Йеһоядағ улы Бенаяһты ебәреп: – Бар, уны үлтер! – тип әмер бирҙе.
– Үҙе нисек әйткән, шулай эшлә, – тине батша. – Үлтер ҙә күм. Йоав түккән ғәйепһеҙ ҡандың ҡоһорон минән һәм атам нәҫеленән алып ташла.
Ҡавсеилдан Йеһоядағ улы Бенаяһ хәтәр эштәр башҡарған ғәййәр батыр була. Ул арыҫлан йөрәкле ике Моав егетенең йәнен ҡыя. Ҡарлы көндә һыу йыя торған соҡорға төшөп, бер арыҫланды үлтерә.