28 Был хәбәр Йоавҡа ла барып етте. Ул Авшаломды яҡлашмаһа ла, Адонияһ яғында йөрөгәйне. Шуға күрә Раббының сатырына ҡасты һәм ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә барып йәбеште.
Авшалом Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп Ғамасаны тәғәйенләне. Ғамаса Исмәғил ҡәүеменән Йәҫәр исемле бер кешенең улы ине. Әсәһе Нахаш ҡыҙы Авигаил – Серуяһтың ҡыҙ туғаны. Серуяһ иһә – Йоавтың әсәһе.
Дауыт кешеләрен өс өлөшкә бүлде. Беренсеһенә – Йоавты, икенсеһенә Йоавтың туғаны – Серуяһ улы Авишайҙы, өсөнсөһөнә Ғаҫ кешеһе Иттайҙы башлыҡ итте. Батша яугирҙәренә: – Мин дә һеҙҙең менән барам! – тине.
Сөләймәндән ҡото осҡан Адонияһ иһә Изге сатырҙағы ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә барып йәбеште.
Адонияһ Серуяһ улы Йоав менән Әвйәҫәр ҡаһиндан кәңәш һорай торған булды. Был икәү Адонияһ яҡлы ине.
Әммә берәйһе икенсе берәүҙе белә-күрә мәкер менән үлтерһә, ул кеше хатта Минең ҡорбан усағым эргәһенән дә алып китеп үлтерелергә тейеш.
Ҡорбан усағының дүрт мөйөшөнә лә уның менән бер бөтөн итеп дүрт мөгөҙ эшлә. Ҡорбан усағының өҫтөн баҡыр менән көплә.
Ҡон ҡайтарыу – Минән, әжерен Үҙем бирермен. Ваҡыт еткәс, улар һөрөнөп йығылыр, Сөнки уларҙың һәләкәт көнө яҡын, Тәҡдирҙәре уларға ҡаршы ашыға“.