27 Сөләймән Әвйәҫәрҙе Раббының ҡаһины булыу хоҡуғынан мәхрүм итте. Шул рәүешле Раббының Шилола Ғәли нәҫеленә ҡарата әйткән һүҙҙәре бойомға ашты.
Батша Йеһоядағ улы Бенаяһты Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуйҙы. Ә Садоҡ Әвйәҫәр урынына ҡаһин итеп тәғәйенләнде.
Бенаяһ Йеһоядағ улы – ғәскәр башлығы; Садоҡ менән Әвйәҫәр – ҡаһиндар;
Әммә быларҙың бөтәһе лә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙғандары ғәмәлгә ашһын өсөн булды, – тине. Шунда бөтә шәкерттәре Уны ташлап ҡасып китте.
Сөнки Ишағыяһ пәйғәмбәрҙең: «Раббым! Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды? Раббының ҡөҙрәте кемгә асылды?» – тигән һүҙҙәре тормошҡа ашырға тейеш ине.
Улар бер-береһенә: – Быны йыртмайыҡ, йәрәбә һалайыҡ, кемебеҙгә булһа ла сығыр, – тиеште. Был хәл Изге Яҙмалағы: «Кейемдәремде үҙ-ара бүлешеп алдылар, ябынсам өсөн йәрәбә ырғыттылар», – тигән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн булды. Ғәскәриҙәр тап шулай эшләне.
Шунан һуң Ғайса, барыһы ла үтәлгәнен белгәнлектән, Изге Яҙмала әйтелгәндәр тормошҡа ашһын өсөн: – Һыуһаным! – тине.
Ерҙәрҙе тулыһынса яулап алғандан һуң, Исраил йәмғиәте Шилола йыйылып, Осрашыу сатыры ҡорҙо.
Ахитув улы Ахимәләхтең улдарынан бары тик Әвйәҫәр тигәне генә ҡотолоп ҡалды. Ул Дауыт янына ҡасып китте.