23 Шунан Сөләймән батша Раббы исеме менән ант итте: – Әгәр Адонияһтың был теләге башына етмәһә, мине Раббының ҡаты ҡәһәре һуҡһын! – тине. –
Ғамасаға иһә әйтегеҙ: «Һин минең йәнем менән тәнем түгелме ни? Әгәр ҙә мәгәр һине Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуймаһам, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн».
Һәммә халыҡ көн дауамында Дауытҡа ашарға тәҡдим итте, әммә ул: «Әгәр ҙә мин ҡояш байығанға тиклем ауыҙыма икмәк йәки башҡа берәй ризыҡ ҡаба ҡалһам, Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тип ант итте.
Раббы Дауытҡа нимә тип ант итһә, шуны эшләйем: батшалыҡты Шаул нәҫеленән тартып алам да Исраил менән Йәһүҙә тәхетенә – Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем – Дауытты ултыртам. Әгәр шуны эшләмәһәм, Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын мине, – тине.
Изевел Ильясҡа: «Әгәр ҙә иртәгә ошо ваҡытҡа мин һиңә һин пәйғәмбәрҙәргә эшләгәнде эшләмәһәм, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тигән хәбәр ебәрҙе.
Бынан һуң Бен-Һадад уға: – Самариянан ҡалған саң-туҙан яугирҙәремә ҡуш услап алырға етһә, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тигән хәбәр ебәрҙе.
– Әгәр бөгөн Шафат улы Ильясиғиндың башы урынында ҡалһа, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн, – тине батша.
Миңә ҡорған тоҙаҡтарҙан, Залимдарҙың ауҙарынан һаҡла.
Диңгеҙҙәр ҡоторонғанын, Тулҡындарҙың шаулағанын, Халыҡтарҙың ғауғаларын Баҫылдырған Һинһең.
Батшаның ярһыуы – гүйә арыҫлан ырылдауы, ҡыҙҙырма уны – үҙеңде хәүефкә ҡуйырһың.
Аҡыллының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙә – бәрәкәт. Ахмаҡ теле менән үҙен һәләкәткә этәрә.
Хужа иһә уға: «Мин һине үҙ һүҙҙәрең менән хөкөм итәм, булдыҡһыҙ хеҙмәтсе! Минең аяу белмәҫ булғанымды, һалмағанды алғанымды, сәсмәгәнде урғанымды белә инең бит!
Һин ҡайҙа үләһең, мин дә шунда үлермен, мин дә шунда ерләнермен. Әгәр ҙә беҙҙе тик үлем генә айырмаһа, мине Раббының ҡаты ҡәһәре һуҡһын! – тип яуап ҡайтарҙы.
– Әгәр Йонаҫан үлтерелмәһә, мине Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тине Шаул.