21 – Шунем ҡыҙы Авишагты ағайың Адонияһҡа ҡатын итеп бирһәң ине, – тине Баҫ-Шевағ.
Исраилдың бөтә биләмәләренән сибәр бер ҡыҙ эҙләнеләр һәм, Шунем ҡалаһынан Авишаг һылыуҙы һайлап, батшаға алып килделәр.
Ҡыҙ ифрат сибәр ине. Ул һәр ваҡыт батша янында булды, уға хеҙмәт итте. Әммә батша уның менән яҡынлыҡ ҡылманы.