1 Әжәле яҡынлашҡас, Дауыт батша улы Сөләймәнгә былай тип васыят әйтте:
Әжәле яҡынлашыуын һиҙеп, Исраил улы Йософто саҡырып алды ла: – Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, балам, ҡулыңды минең йән еремә ҡуй ҙа, һөйөүеңде һәм тоғролоғоңдо күрһәтеп ант ит. Зинһар, Мысырҙа ерләмә мине! – тине. –
Ғүмерең бөтөп, ата-бабаларың янына ятҡас, һинең орлоғоңдан яралған бер баланы батша итеп ҡуйырмын, уның батшалығын нығытырмын.
Сөләймән батша кешеләр ебәреп Адонияһты ҡорбан усағынан килтертте. Адонияһ инеп уның алдында ергә ҡапланды. Сөләймән уға: – Бар, өйөңә ҡайт, – тине.
Дауыт улы Сөләймәнде эргәһенә саҡырып ала ла уға Исраил Аллаһы Раббыға йорт төҙөргә васыят әйтә.
Әлғазар ҡаһин ҡаршыһына, бөтә йәмғиәт алдына баҫтыр ҙа бөтәһе алдында уға етәкселекте тапшыр.
Йушағҡа әмер бир, ҡеүәтләндер, ныҡ булырға ҡуш. Сөнки был халыҡ Иордан аръяғына уның етәкселегендә сығасаҡ. Хәҙер һин ҡараясаҡ ерҙәрҙе халыҡҡа ул алып бирәсәк».
Раббы Мусаға: – Үлер көндәрең яҡынлаша, – тине. – Йушағты саҡыр ҙа Осрашыу сатырында Минең алдыма баҫығыҙ. Мин уға күрһәтмәләремде бирермен. Муса менән Йушағ Осрашыу сатырына килде.
Раббы Нун улы Йушағҡа былай тип бойорҙо: – Ныҡ һәм ғәйрәтле бул, сөнки һин Исраил халҡын Мин уларға бирергә ант иткән ергә алып керәһең. Мин һинең менән бергә буласаҡмын.
Бына Алла бәндәһе Мусаның вафаты алдынан Исраил халҡына биргән фатихаһы.
Тимоҫеус улым, һинең турала элек һөйләнгән пәйғәмбәрлек һүҙҙәре буйынса, үҙемдең әмеремде еткерәм: һин, уларға таянып, лайыҡлы көрәш алып бар,
Бар тереклеккә йән биреүсе Алла алдында һәм, тоғро иманын раҫлап, Понтиос Пилатос ҡаршыһында шаһитлыҡ биргән Ғайса Мәсих алдында һиңә аманат әйтәм:
Тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итәсәк Ғайса Мәсих Батша булып килер, шуға күрә Аллабыҙ һәм Ғайса Мәсих алдында һинән үтенеп һорайым:
Тормошом оҙаҡламай ҡорбан ителер, минең был донъянан китер ваҡытым етте.