Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 19:21 - Изге Яҙма

21 Ильясиғин кире боролоп, һабанға егелгән ике үгеҙҙе салды. Һуҡаһын яғып ит бешерҙе. Итте кешеләргә таратып бирҙе. Халыҡ шул итте ашаны. Ильясиғин иһә Ильяс артынан эйәрҙе, уға хеҙмәт итә башланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 19:21
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Хакимым батша, ҡорбан килтереү өсөн нимә кәрәк, бөтәһен дә алһын. Тотош яндырыу өсөн үгеҙҙәр ҙә, утын өсөн ашлыҡ һуҡҡыс менән ҡалыптар ҙа бар.


Хеҙмәтсеһен диңгеҙ яғын ҡарап килергә ебәрҙе. Тегеһе барып ҡараны ла: – Бер нәмә лә юҡ, – тип кире әйләнеп килде. – Тағы ҡара, – тине Ильяс. Шулай ете тапҡыр ҡабатланды.


Бейт-Илдә йәшәгән пәйғәмбәрҙәр төркөмө Ильясиғин янына килеп: – Раббының бөгөн хакимыңды һинән алып китәсәген беләһеңме? – тип һораны. – Беләм, өндәшмәгеҙ, – тип яуапланы Ильясиғин.


– Бында Раббының пәйғәмбәре юҡмы? – тип һораны Йеһошафат. – Уның аша Раббынан кәңәш һорар инек. – Шафат улы Ильясиғин бында. Ильястың ҡулына ул һыу ҡоя торғайны, – тип яуапланы Исраил батшаһының ярандарынан берәү.


Муса үҙенең ярҙамсыһы Йушағ менән бергә юлға сыҡты һәм Алла тауына күтәрелде.


Утрауҙағы Саламис ҡалаһына килгәс, йәһүдтәрҙең ғибәҙәтханаларында Алла һүҙен вәғәзләнеләр. Яхъя ла улар менән ине, ярҙам итеп йөрөнө.


янымда Лукас бер үҙе генә ҡалды. Үҙең менән бергә Маркусты ла алып кил, ул миңә хеҙмәтемдә ярҙам итә алыр.


Мин уны үҙ янымда ҡалдырырға ла теләр инем, ул һинең урынға миңә, Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына төрмәлә ултырған тотҡонға, ярҙам итер ине.


Арба Бейт-Шәмәштә йәшәгән Йеһошуағ тигән кешенең баҫыуындағы ҙур бер таш янына килеп туҡтаны. Арбаны утынға ваттылар, һыйырҙарҙы Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ