7 Юлда китеп барған Ғовадъяһҡа Ильяс осраны. Ғовадъяһ, пәйғәмбәрҙе танып, йөҙтүбән ергә ҡапланды. – Был ысынлап та һинме, хакимым Ильяс? – тип һораны.
Ул эстән генә көлөп: «Ошо йәшемдә бындай һөйөнөскә ирешә буламмы? Етмәһә, хужам да ҡарт», – тип уйланы.
– Ни әйтәйек инде, хакимым? – тине Йәһүҙә. – Ҡаршы әйтерлек тә, аҡланырлыҡ та һүҙебеҙ юҡ, Алла гонаһыбыҙҙы күрһәтте. Инде беҙ ҙә, туҫтаҡ табылған кеше лә хакимыбыҙҙың ҡолобоҙ.
Беҙ һин хакимыбыҙға: атайыбыҙ бар, тик ул ҡарт инде, уның иң кесе улы бар, тип әйткәйнек. Был уның ҡартайғас ҡына тыуған балаһы. Ул бер әсәнән тыуған балаларҙан яңғыҙы ғына иҫән ҡалды, ә ағаһы үлде, тигәйнек. Атайыбыҙ уны ныҡ ярата.
Зинһар, бында уның урынына хакимыма ҡол булып мин ҡалайым! Ә ул ағалары менән ҡайтып китһен.
Шунан туғандары килеп, уның алдында ергә ҡапланды: – Бына беҙ һинең ҡолдарың! – тинеләр.
Батшаның ғаиләһен был яҡ ярға алып сығыр, уның күңелен күрер өсөн йылға аша сыҡтылар. Батша Иордан аша сығырға йыйынып торғанда, Гера улы Шимғи уның алдына килеп ергә йығылды ла:
Бер мәл Яровғам, Йәрүсәлимдән сығып, юл буйлап китеп барғанда, ҡаршыһына Шилонан Ахияһ пәйғәмбәр осраны. Ахияһ пәйғәмбәр яңы ябынса кейеп алғайны. Ул ерҙә икәүһенән башҡа бер кем дә юҡ ине.
Ҡарап сығаһы ерҙәрҙе бүлешеп алғандан һуң, Ахав бер юлдан, Ғовадъяһ икенсе юлдан китте.
– Эйе, мин. Бар, хакимыңа барып минең бындалығымды әйт, – тине пәйғәмбәр.
Һине иҙгәндәрҙең балалары Килеп алдыңа эйелер; Һиңә кәмһетеп ҡарағандарҙың һәммәһе, Аяҡтарыңа йығылып, сәждә ҡылыр. Улар һине Раббы ҡалаһы, Исраилдың Изге Аллаһының Сионы тип атар.
Мусаға ул былай тип ялбарҙы: – Хакимым минең! Беҙҙе алйотлоғобоҙ арҡаһында ҡылған гонаһыбыҙ өсөн язалама!
Юҡ? Улай булғас, нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме әллә? Ә бит ҡупшы кейем кейгәндәр батша һарайҙарында йәшәй.
Яхъя дөйә йөнөнән кейем кейеп, биленә күн ҡайыш быуып йөрөнө. Сиңерткә һәм солоҡ балы уға ризыҡ булды.
Малай киткәс, Дауыт көньяҡ тарафтан килеп сыҡты ла, ергә тиклем бөгөлөп, өс тапҡыр баш эйҙе. Үбешеп күрештеләр, икәүләшеп илаштылар. Дауыт бигерәк тә ныҡ иланы.