43 Хеҙмәтсеһен диңгеҙ яғын ҡарап килергә ебәрҙе. Тегеһе барып ҡараны ла: – Бер нәмә лә юҡ, – тип кире әйләнеп килде. – Тағы ҡара, – тине Ильяс. Шулай ете тапҡыр ҡабатланды.
– Ебәр мине. Таң атты инде. – Миңә фатихаңды бирмәйенсә, ебәрмәйем, – тине Яҡуп.
Ахав тороп тамаҡ ялғарға китте, ә Ильяс Кармәл тауы башына менде. Ергә эйелеп, башын тубыҡтары араһына ҡуйҙы.
Етенсе тапҡыр барып ҡарағандан һуң хеҙмәтсеһе: – Диңгеҙҙән ус аяһылай ғына болот ҡалҡып килә, – тип хәбәр итте. – Ахавҡа барып әйт, атын егә һалһын, юғиһә ямғыр аҫтында ҡалыр, – тине Ильяс.
Ильясиғин тороп, бүлмәлә арлы-бирле йөрөп әйләнде лә йәнә бала өҫтөнә ятты. Малай, ете тапҡыр сөскөргәс, күҙҙәрен асты.
Ярҙам ялбарыуымды тыңла, Батшам, Аллам, Мин Һиңә доғамды оҙатам.
Сөнки һиңә күренгәндәр тәғәйен ваҡытҡа ҡарай, Ахыр хаҡында һөйләй, алдамай, Ҡапыл ғәмәлгә ашмаһа ла, үтәлеүен көт, Сөнки мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ.
Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеген белһендәр өсөн, Ғайса Үҙенең шәкерттәренә ошондай ҡисса һөйләне:
Шулай икән, нисек Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырғандарҙы, Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаһын? Нисек Ул ярҙамын оҙаҡлатһын?
Һәр төрлө доға һәм үтенес менән Изге Рухта һәр ваҡыт Аллаға ялбарығыҙ. Бының өсөн даими рәүештә, арымай-талмай бөтә изгеләр өсөн доға ҡылығыҙ.
Улар борғоно оҙон-оҙаҡ итеп ҡысҡыртып ебәреү менән, бөтә халыҡ көслө итеп хәрби оран һалһын. Шул саҡта Йерихо диуарҙары емерелер һәм һеҙ туп-тура ҡалаға бәреп инерһегеҙ.