42 Ахав тороп тамаҡ ялғарға китте, ә Ильяс Кармәл тауы башына менде. Ергә эйелеп, башын тубыҡтары араһына ҡуйҙы.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ибраһимдың хеҙмәтсеһе ергә ҡапланып Раббыға сәждә ҡылды.
Дауыт бала хаҡына Аллаға ялбарҙы, ураҙа тотто, төндө ерҙә ятып үткәрҙе.
Шунан Ильяс Ахавҡа: – Бар, ашап-эсеп ал. Мин ҡойма ямғыр килгәнен ишетәм, – тине.
Хеҙмәтсеһен диңгеҙ яғын ҡарап килергә ебәрҙе. Тегеһе барып ҡараны ла: – Бер нәмә лә юҡ, – тип кире әйләнеп килде. – Тағы ҡара, – тине Ильяс. Шулай ете тапҡыр ҡабатланды.
Был тауышты ишетеп, Ильяс ябынсаһы менән битен ҡапланы ла мәмерйә ауыҙына сығып баҫты. – Нишләп килдең бында, Ильяс? – тип һораны тауыш.
әйттем: – Йә Аллам! Һиңә, Аллам, Һиңә табан йөҙөмдө күтәрергә лә оялам, сөнки баштан аяҡ боҙоҡлоҡҡа күмелгәнбеҙ, ғәйебебеҙ күккә ашҡан.
Ул болоттарҙы һыу менән һуғара, Болот эсенән йәшен уттарын сәсә.
Сөнки асыуыңдан юҡ булабыҙ, Ярһыуыңдан ҡурҡыуға ҡалабыҙ.
Хизкияһ йөҙө менән диуарға боролоп ятты ла Раббыға ялбарҙы.
Өҫтөндә серафтар кәйелә; һәр береһенең алтышар ҡанаты бар: икеһе менән йөҙҙәрен, икеһе менән аяҡтарын ҡаплағандар, икеһе менән осалар.
Исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша былай тип белдерә: «Барлығым менән ант итәм, Башҡа тауҙар араһында ҡалҡып торған Тавор, Диңгеҙ буйындағы Кармәл һымаҡ Ҡеүәтле берәү киләсәк.
Мин Аллаға, бөйөк Хакимыма, мөрәжәғәт иттем; Уға доға ҡылдым һәм ялбарҙым, ҡыл туҡыма уранып һәм башыма көл һипкән килеш ураҙа тоттом.
Һин хаҡлыһың, бөйөк Хакимым минең, ә беҙ – Йәһүҙәнең һәм Йәрүсәлимдең, тотош Исраилдың халҡы Һиңә хыянат итеп гонаһ ҡылған өсөн Һин төрлө илдәргә һөргән, яҡын һәм алыҫ араларҙа йәшәгән һәммә кешеләр – оятҡа ҡалдыҡ.
Халыҡты оҙатҡандан һуң, Ул яңғыҙ ғына доға ҡылырға тип тауға менде. Кис еткәндә лә Ул бында бер үҙе булды.
Ул ситкәрәк китте лә, ергә йөҙтүбән ятып, был ғазаплы сәғәт, мөмкин булһа, Мине урап үтһен ине, тип доға ҡыла башланы:
Шул көндәрҙә Ғайса доға ҡылырға тип тауға артылды һәм төнө буйы Аллаға доға ҡылып сыҡты.
Икенсе көндө төш мәлендә, был кешеләр ҡалаға етеп килгәндә, Петрус яҫы түбәле өйҙөң башына доға ҡылырға менде.
Йушағ кейемдәрен йыртып ырғытты һәм Раббының һандығы алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып кискә тиклем ятты. Исраил аҡһаҡалдары ла шулай эшләне, баштарына туҙан һипте.
Шемуил Раббыға мөрәжәғәт итте һәм Раббы ул көндө күк күкрәтеп ямғыр яуҙырҙы. Бөтә халыҡ Раббынан да, Шемуилдан да бик ҡурҡты.