Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 18:38 - Изге Яҙма

38 Шул саҡ Раббының уты килеп төштө. Был уттың ялҡыны тотош яндырыу ҡорбанын да, утынды ла, таштарҙы ла, тупраҡты ла ялмап йотто, соҡорҙағы һыуҙы ла киптерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 18:38
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына бер саҡ, ҡояш байып, ҡараңғы төшкәс, мейестән бөркөлгәндәй төтөн үә ялҡын хасил булды һәм урталай киҫелгән түшкәләр араһынан үтеп китте.


Шунан һуң һеҙ исемен әйтеп үҙегеҙҙең аллағыҙҙы саҡырығыҙ, мин дә исемен әйтеп Раббымды саҡырырмын. Уларҙың ҡайһыһы ут менән яуап ҡайтара, шул ысын Алла. Бөтә халыҡ: – Бик яҡшы әйтелде! – тиешеп уның һүҙҙәрен хупланы.


Һыу ҡорбан усағынан ағып төштө, уратып ҡаҙылған соҡор тулып китте.


Яуап ҡайтар миңә, йә Раббы, яуап бир! Был халыҡ Һин Раббының Алла булғанын аңлаһын! Уларҙың күңеле ҡабаттан Һиңә әйләнеп ҡайтһын!


– Әгәр ҙә мин Алла бәндәһе икәнмен, күктән ут төшһөн дә һине лә, илле яугиреңде лә ялмап йотһон, – тип яуап ҡайтарҙы Ильяс. Шул саҡ күктән ут төштө лә илле башын да, яугирҙәрен дә ялмап йотто.


Шул урында Дауыт Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләй һәм тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерә. Шунан Раббыға ялбара һәм Раббы, уны ишетеп, күктән тотош яндырыу усағына ут төшөрә.


Сөләймән доғаны тамамлағас, күктән ут төшә, тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарҙы ялмай. Раббының шөһрәте ҡорамды тултыра.


Ул ошоларҙы әйтеп тә өлгөрмәне, икенсе сапҡын килеп, былай тине: – Күктән Алланың уты төштө лә ҡуйҙарың менән көтөүселәреңде яндырып бөтөрҙө. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем.


Ашшурҙың һөйәлгән ҡаяһы ҡурҡып ҡасыр, Түрәләре байраҡтарын ташлап, хәүефкә батыр», – тип, Уты – Сионда, Усағы Йәрүсәлимдә булған Раббы белдерә быны.


Һарундың улдары Надав менән Авиһу, үҙҙәренең төтәҫләгес һауыттарын алып, уға ҡуҙ, хуш еҫле матдәләр һалдылар ҙа Раббы алдына рөхсәт ителмәгән ут килтерҙеләр. Ә Раббы быны эшләргә бойормағайны.


Шул саҡ Раббы хозурынан ут сыҡты ла уларҙы ялмап алды. Улар Раббы алдында үлде.


Раббы тарафынан ут сығып, усаҡтағы тотош яндырыу ҡорбанын һәм майын ялмап алды. Быны күргән барса халыҡ ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Был януар бөйөк мөғжизәләр башҡарҙы, хатта кешеләр алдында күктән ергә ут яуҙырҙы.


Раббы фәрештәһе ҡулындағы таяҡ осо менән иткә һәм сөсө икмәккә ҡағылғайны, таштан ут сыҡты. Ут ит менән сөсө икмәкте яндырҙы. Шунан Раббы фәрештәһе күҙҙән юғалды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ