29 Төш ауҙы. Улар киске ҡорбан мәленә тиклем диуаналаныуҙарын дауам итте, ләкин өн-тауыш ишетелмәне, уларға яуап биреүсе, иғтибар итеүсе табылманы.
Бәғелдең пәйғәмбәрҙәре үҙҙәренә бирелгән башмаҡты алып, уны әҙерләнеләр ҙә: – Эй Бәғел, яуап бир беҙгә! – тип ҡысҡыра башланылар. Иртәнән төшкә тиклем ялбарҙылар, үҙҙәре яһаған ҡорбан усағы тирәләп бер туҡтамай һикерештеләр, тик уларға бер ниндәй ҙә яуап булманы.
Киске ҡорбан мәле еткәс, Ильяс усаҡ эргәһенә килеп: – Эй Раббы, Ибраһим, Исхаҡ һәм Исраил Аллаһы! Үҙеңдең Исраилдағы Алла, минең иһә Һинең ҡолоң булғанымды һәм быларҙың барыһын да Һинең ҡушыуың буйынса эшләгәнемде күрһәт, – тине. –
Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат затлы кейемдәрен кейеп Самария ҡапҡаһы янындағы ырҙында һәр береһе үҙенең тәхетенә ултырҙы, ә бөтә пәйғәмбәрҙәр улар алдында пәйғәмбәрлек итте.
Башҡа пәйғәмбәрҙәр ҙә шуны уҡ юраны: – Ғилғәд Рамоҫына бар, юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ.
Ҡотолоу туҫтағын юғары күтәрермен, Раббының исемен ҡабатлармын.
Хозурында аһ-зарымды түгәм, Ҡайғыларымды бушатам.
Береһен – иртәнсәк, икенсеһен кис ҡорбан ит.
Икенсе бәрәсте, иртәнге кеүек, икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан менән кис ҡорбан ит. Раббыға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был.
Үлгән тәлмәрйендәрҙе өйөм-өйөм итеп йыйҙылар, ил буйлап һаҫыҡ еҫ таралды.
Моав халҡы табыныу ҡалҡыулыҡтарына килеп Арығансы ялбарһа ла, Доға ҡылыр өсөн изге урындарына барһа ла – Тик бушҡа ғына буласаҡ.
Уны яурындарында күтәреп йөрөтәләр, Урынына илтеп ҡуялар. Ул шунда ҡуҙғалмай баҫып тора. Ялыналар – ул яуап ҡайтармай, Бер бәләнән дә ҡотҡармай.
Шул саҡ, мин доға ҡылғанда, миңә ебәрелгән Ябраил – тәүге күренмешемдә күренгән зат – яныма етеҙ генә килде. Был хәл киске ҡорбан килтереү мәлендә булды.
Элек һеҙ, Алланы белмәгән саҡта, ысынында алла булмаған ялған илаһтарҙың ҡоло инегеҙ.
Шунан һуң пелештиҙәрҙең һаҡсы ғәскәре торған Алла Гивғаһына килеп етерһең. Ҡалаға ингәс, лира, дөңгөр, һыбыҙғы, арфа тауыштары аҫтында табыныу ҡалҡыулығынан пәйғәмбәрлек итеп төшөп килгән бер төркөм пәйғәмбәрҙәрҙе осратырһың.
Иртәгәһенә былай булды: Алла күндергән яуыз рух Шаулды солғап алды. Шаул үҙенең өйөндә диуаналанырға кереште. Дауыт, ғәҙәттәгесә, лираһында уйнап ултыра ине. Ә Шаул ҡулына һөңгөһөн тотҡайны.