Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 18:24 - Изге Яҙма

24 Шунан һуң һеҙ исемен әйтеп үҙегеҙҙең аллағыҙҙы саҡырығыҙ, мин дә исемен әйтеп Раббымды саҡырырмын. Уларҙың ҡайһыһы ут менән яуап ҡайтара, шул ысын Алла. Бөтә халыҡ: – Бик яҡшы әйтелде! – тиешеп уның һүҙҙәрен хупланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 18:24
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шеҫтың да бер улы булды, уны Әнош тип атаны. Шул дәүерҙәрҙән алып кешеләр доғаларын Раббы исеменә бағышлай башланы.


– Һин был хәбәрҙәреңде Йоав ҡушыуы буйынса һөйләмәнеңме? – тип һораны батша. – Ғүмерең оҙон булһын, хакимым батша, тап өҫтөнә баҫтың – батшанан бер ни йәшереү мөмкин түгел икән, – тине ҡатын. – Мин һиңә ҡолоң Йоавтың өйрәтеүе һәм ҡушыуы буйынса һөйләнем.


Хәҙер беҙгә ике үгеҙ башмаҡ килтерһендәр. Уның береһен Бәғелдең пәйғәмбәрҙәре һайлап алһын. Салып, киҫәктәргә тураҡлап, утын өҫтөнә һалһындар, тик аҫтына ут тоҡандырмаһындар. Икенсе башмаҡты мин әҙерләрмен, итен утын өҫтөнә һалырмын, әммә ут яҡмаҫмын.


– Һеҙ күмәкһегеҙ бит, башмаҡтың береһен һайлап алып, башта һеҙ әҙерләгеҙ, – тине Ильяс Бәғелдең пәйғәмбәрҙәренә. – Әйҙәгеҙ, исемләп аллағыҙҙы саҡырығыҙ, тик ут яҡмағыҙ.


Шул саҡ Раббының уты килеп төштө. Был уттың ялҡыны тотош яндырыу ҡорбанын да, утынды ла, таштарҙы ла, тупраҡты ла ялмап йотто, соҡорҙағы һыуҙы ла киптерҙе.


Ошоларҙың барыһын да күреп торған халыҡ: – Раббы – Алла, Раббы ысын Алла! – тип йөҙтүбән ергә ҡапланды.


– Ярай, – тине Шимғи батшаға. – Хакимым батша нисек бойорған, ҡолоң шулай эшләр. Шулай итеп, Шимғи оҙаҡ ваҡыт Йәрүсәлимдә йәшәне.


Шул урында Дауыт Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләй һәм тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерә. Шунан Раббыға ялбара һәм Раббы, уны ишетеп, күктән тотош яндырыу усағына ут төшөрә.


Сөләймән доғаны тамамлағас, күктән ут төшә, тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарҙы ялмай. Раббының шөһрәте ҡорамды тултыра.


Барлыҡ исраилдар, ут төшкәнен һәм ҡорам өҫтөндәге Раббының шөһрәтен күреп, йөҙтүбән ергә ҡаплана һәм: «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип Раббыға маҡтау яуҙыра.


Хизкияһ Ишағыяһҡа: – Раббының әле һинең аша тапшырған һүҙе яҡшы, – тине лә, эсенән: «Ғүмеремдең ахырына тиклем имен-аман була икән әле», – тип уйланы.


Әгәр улар пәйғәмбәр икән, уларҙа Раббы һүҙе бар икән, Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан Раббы йортонда, Йәһүҙә батшаһының һарайында һәм Йәрүсәлимдә ҡалған әйберҙәрҙең Бабилға алып кителмәүен юллаһындар.


Раббы тарафынан ут сығып, усаҡтағы тотош яндырыу ҡорбанын һәм майын ялмап алды. Быны күргән барса халыҡ ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Раббы фәрештәһе ҡулындағы таяҡ осо менән иткә һәм сөсө икмәккә ҡағылғайны, таштан ут сыҡты. Ут ит менән сөсө икмәкте яндырҙы. Шунан Раббы фәрештәһе күҙҙән юғалды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ