Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 18:21 - Изге Яҙма

21 Ильяс халыҡ алдына сығып баҫты ла: – Ҡасанға тиклем ике арала һылтыҡлап йөрөргә уйлайһығыҙ? Әгәр Алла Раббы икән, Уға эйәрегеҙ; Бәғел Алла булһа инде, уның артынан барығыҙ, – тине. Халыҡ уға бер һүҙ ҙә өндәшмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 18:21
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Лаван менән Беҫуил уға: – Раббы эше был, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Беҙ һиңә яҡшынан да, насарҙан да бер нәмә лә әйтә алмайбыҙ.


– Ни әйтәйек инде, хакимым? – тине Йәһүҙә. – Ҡаршы әйтерлек тә, аҡланырлыҡ та һүҙебеҙ юҡ, Алла гонаһыбыҙҙы күрһәтте. Инде беҙ ҙә, туҫтаҡ табылған кеше лә хакимыбыҙҙың ҡолобоҙ.


Ахав хәбәр ебәреп бөтә Исраил халҡын һәм пәйғәмбәрҙәрҙе Кармәл тауына йыйҙы.


Ошоларҙың барыһын да күреп торған халыҡ: – Раббы – Алла, Раббы ысын Алла! – тип йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Самарияла йәшәгән ҡәүемдәр Раббыға ла табынды, үҙҙәренең боттарын да онотманы. Уларҙың балалары менән ейәндәре лә бөгөнгә тиклем ата-бабалары һымаҡ йәшәй.


Эй Раббым, Һин – Аллаһың! Үҙеңдең ҡолоңа ана шундай игелек вәғәҙә иттең!


Ул доғаларын юллай һәм Алла уға илтифат итә, уның ялбарыуын ишетә, Йәрүсәлимгә ҡайтарып, тәхетенә ултырта. Шунда Менашше Раббының Алла икәнлеген аңлай.


Бер ниндәй ҙә яуызлыҡҡа юл ҡуймамын, Ҡырын эштәргә нәфрәт тотормон, Улар миңә йоға алмаҫ һис ҡасан.


Йөрәктәре шылғаяҡҡа әйләнде – Инде ғәйептәре өсөн язаланасаҡтар: Раббы ҡорбан усаҡтарын туҙҙырып ташлар, Табыныу бағаналарын емерер.


Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған, Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән, Шулай уҡ Милкомға ла табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе,


һәм унан: «Дуҫ, нисек һин бында байрамса кейенмәй килдең?» – тип һораған. Теге өндәшмәгән.


Ғайсаның саддукейҙарҙың ауыҙын япҡанын ишеткәс, фарисейҙар бергә йыйылды.


– Остаз, ҡанундағы бойороҡтарҙың ҡайһыһы иң мөһиме? – тип һораны.


Бер кем дә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: ул йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.


Иртәгеһен шәкерттәрен Үҙе янына саҡырҙы, араларынан ун икеһен һайлап алып, уларҙы илселәр тип атаны.


Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен яҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай, һәм бөтә донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.


Былар һеҙгә фәҡәт Раббының ғына Алла булыуын һәм Унан башҡаһы юҡ икәнен белдерер өсөн күрһәтелде.


Әгәр ҙә ки һеҙҙең Раббыға хеҙмәт иткегеҙ килмәй икән, кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе хәҙер үк ошонда хәл итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһы аръяғында сәждә ҡылған илаһтарғамы, әллә әле һеҙ йәшәп ятҡан ерҙәге әмөриҙәрҙең илаһтарынамы? Әммә мин һәм минең нәҫелем Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ.


Шемуил бөтә Исраил халҡына былай тине: – Әгәр ҙә Раббыға бөтөн йөрәгегеҙ менән ҡайтмаҡсы булһағыҙ, арағыҙҙан ят илаһтарҙы һәм Ғаштареҫтың боттарын сығарып бырғағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Раббыға ғына бағышлағыҙ, тик Уға ғына хеҙмәт итегеҙ. Ана шунда Ул һеҙҙе пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ