Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 18:17 - Изге Яҙма

17 Пәйғәмбәрҙе күргәс, Ахав уға: – Эй Исраилдың баш бәләһе, был һинме? – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 18:17
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғовадъяһ, Ахавты эҙләп табып, уға Ильяс тураһында хәбәр итте. Ахав Ильясҡа ҡаршы йүнәлде.


– Нимә, дошманым, тоттоңмо мине? – тине Ахав Ильясҡа. – Тоттом, – тип яуапланы пәйғәмбәр. – Сөнки һин Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәргә бирелдең.


Түрәләр батшаға: – Был кешене үлтерергә кәрәк, – тине, – сөнки ул, бындай һүҙҙәрҙе һөйләп, Йәрүсәлимдә ҡалған яугирҙәрҙең һәм халыҡтың рухын төшөрә. Был әҙәм халыҡҡа яҡшылыҡ түгел, һәләкәт теләй.


Бейт-Ил ҡаһины Амасъяһ Исраил батшаһы Яровғамға: – Ғамос исраилдар араһында һиңә ҡаршы ҡотҡо тарата. Уның һөйләгән һүҙҙәрен ер күтәрерлек түгел, – тип әйтеп ебәрҙе. –


Уларҙы идарасылар ҡаршыһына килтереп: – Был әҙәмдәр – йәһүдтәр. Улар беҙгә, римлыларға, ҡабул итергә лә, башҡарырға ла ярамаған йолаларҙы вәғәзләп, ҡалала тәртипһеҙлек тыуҙыра, – тинеләр.


Илселәрҙе тапмағас, Ясонды һәм иманлы ҡайһы бер кешеләрҙе ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып килделәр. – Ошо әҙәмдәр бөтә ерҙә бола ҡуптарып йөрөй, әле улар бында ла килеп еткән.


Беҙ был кешене «йоғошло сир» тип таптыҡ. Ул Назара төркөмөнөң башлығы һәм бөтә донъяла йәшәүсе йәһүдтәр араһында боларыш ҡуптара.


– Ниңә һин беҙҙе бәләгә тарыттың? – тине уға Йушағ. – Хәҙер инде Раббы һине бәләгә тарытты. Шунан исраилдар күмәкләп Ғаханды һәм уның менән булғандарҙы таш бәреп үлтерҙе лә утта яндырҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ