12 Эргәңдән китеүем булыр, Раббы Рухы һине әллә ҡайҙарға алып китер. Ахавҡа барып әйтермен, ә ул килер ҙә, һине бында тапмаһа, мине үлтерер. Мин ҡолоң йәш сағымдан алып Алланан ҡурҡҡан бәндәмен.
Ә хәҙер һин миңә: «Бар, хакимыңа: „Ильяс бында“», – тип әйт, тиһең.
Улар һөйләшә-һөйләшә китеп бара ине, ҡапыл ялҡынлы аттар егелгән ут арбаһы пәйҙә булды ла уларҙы бер-береһенән айырҙы. Ильяс өйөрмәлә күккә ашты.
– Беҙ фәҡирҙәрең араһында бик көслө илле кеше бар, – тине улар. – Хакимыңды эҙләп килергә рөхсәт итһәң ине. Бәлки, Раббы Рухы уны берәй тауға йәки үҙән буйына алып барып ҡалдырғандыр. – Юҡ, йөрөмәһендәр, – тип яуапланы Ильясиғин.
Батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында, үҫмер генә сағында, ул боронғо бабаһы Дауыттың Аллаһына ынтыла башлай, ә ун икенсе йылында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимде табыныу ҡалҡыулыҡтарынан, Ашера ҡолғаларынан, уйылған һәм ҡойолма боттарҙан таҙартырға тотона.
Батшаның ғүмере, ҡояш менән ай ғүмере һымаҡ, Быуындан-быуынға дауам итһен.
Раббынан ҡурҡыу – яуызлыҡты нәфрәт итеү ул; тәкәбберлек һәм әрһеҙлек, золом юлы, ялған һөйләү – мин күрә алмаған сифаттар.
Был нәсихәттәрҙең береһен тотоп, икенсеһен онотма, Алланан ҡурҡыу бөтә бәләләрҙән дә һаҡлап ҡалыр.
Арағыҙҙа Раббынан ҡурҡҡан, Уның ҡолоноң әйткәнен тыңлаған кем бар? Ҡараңғылыҡта йөрөгән, яҡтылыҡ күрмәгән кеше Раббының исеменә өмөт бағлаһын, Аллаһына арҡаланһын!
Алланың Рухынан килгән күренмештә рух мине күтәреп алды ла халдейҙар еренә, һөргөндәгеләр янына, алып килде. Шунан мин күргән күренмеш юҡҡа сыҡты.
Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Раббы Рухы мине тышҡа алып сыҡты ла һөйәк тулы бер үҙән уртаһына килтереп баҫтырҙы.
Ул, ҡулға оҡшаған бер нәмә һуҙып, башымдағы сәсемдән эләктереп алды. Рух мине ер менән күк араһына күтәрҙе лә Алланан иңгән күренмештә Йәрүсәлимгә, ҡорамдың эске ихатаһының төньяҡҡа ҡараған ҡапҡаһы төбөнә алып барҙы. Унда Алланың сикһеҙ ярһыуын ҡуҙғатҡан бот тора ине.
Һируд, үҙенең аҡыл эйәләре тарафынан алданғанын аңлап, бик ныҡ ярһыны. Ул, аҡыл эйәләренең һүҙенә таянып, Баланың йәшен билдәләне лә, Бейт-Ләхәмдәге һәм уның тирәһендәге ике йәшкә тиклемге бөтә ир балаларҙы үлтерергә бойороп, үҙенең кешеләрен ебәрҙе.
Шунан һуң, Иблистән һынатыр өсөн, Алла Рухы Ғайсаны сүлгә алып китте.
Ул Раббы алдында бөйөк булыр, шарап һәм иҫерткес эсемлектәр эсмәҫ, әсәһенең ҡарынында ятҡанда уҡ Изге Рух менән һуғарылыр.
Һируд Петрусты эҙләргә бойорҙо, әммә таптыра алмағас, һаҡсыларҙан һорау алды һәм уларҙы үлтерергә әмер бирҙе. Бынан аҙаҡ Һируд Йәһүҙиәнән Ҡайсареяға китте һәм шунда ҡалды.
Улар һыуҙан сыҡҡас, Раббы Рухы Филиппусты алып китте, хәбәши уны бүтәнсә күрмәне, шатланып юлын дауам итте.
Өҫтәүенә, Изге Яҙмаларҙы һин бала саҡтан уҡ беләһең бит, Ғайса Мәсихкә инаныу аша ҡотолорға улар һиңә аҡыл бирер.
– Мин унда нисек барайым? – тине Шемуил. – Шаул ишетеп ҡалһа, мине үлтерәсәк бит. – Үҙең менән бер орғасы башмаҡ ал. Раббыға ҡорбан салырға килдем, тип әйтерһең, – тине Раббы. –
Үҫмер Шемуил иһә, етен эфод кейеп, Раббыға хеҙмәт итте.
Ул арала үҫмер Шемуил ҙурайҙы, Раббының да, халыҡтың да хөрмәтен ҡаҙана барҙы.