Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 18:10 - Изге Яҙма

10 Аллаң, тере Раббы шаһит: донъяла хакимым батшаның һине эҙләтеп кеше ебәрмәгән бер генә ил, бер генә батшалыҡ та ҡалманы. Был илдәрҙән, халыҡтарҙан: «Ул бында юҡ», тигән яуап килгәндән һуң, батшаларын һинең юҡлығыңа ант иттерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 18:10
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Батша ант итеп: – Йәнемде бөтә бәлә-ҡазаларҙан йолоп алған тере Раббы шаһит! – тине. –


Ғилғәдтәге Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәр Ахав батшаға: – Мин хозурында баҫып торған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит: был йылдарҙа ергә, мин әйтмәйенсә, бер тамсы ысыҡ, бер тамсы ямғыр төшмәҫ! – тип белдерҙе.


– Аллаң тере Раббы шаһит! Өйөмдә бешкән бер генә нәмә лә юҡ. Тәпәндә бер ус он да, көршәктә саҡ ҡына зәйтүн майы ҡалған. Хәҙер бер-ике ағас утын йыйып алып ҡайтып, шуны улым менән үҙемә бешереп ашайбыҙ ҙа артабан ятып үлергә генә ҡала, – тип яуапланы ҡатын.


Ильяс Раббы ҡушҡанса эшләне, бынан китеп, Иордан йылғаһының көнсығышындағы Кериҫ шишмәһе янында йәшәне.


– Тор, Сидонға, Сарефаҫ ҡалаһына бар ҙа шунда ҡал. Унда бер тол ҡатынға һине ашатып торорға ҡуштым.


Ә хәҙер һин миңә: «Бар, хакимыңа: „Ильяс бында“», – тип әйт, тиһең.


– Үҙем хеҙмәт иткән Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шаһит: бөгөн мин Ахавҡа барып күренәсәкмен, – тип яуапланы Ильяс.


– Ниндәй гонаһым өсөн мине Ахавтың ҡулына үлемгә тапшыраһың? – тип һораны Ғовадъяһ. –


Хәҙер иһә миңә ныҡлыҡ биргән, атайым Дауыттың тәхетенә ултыртҡан, вәғәҙәһен ғәмәлгә ашырып, батшалыҡты минең ғаиләмә биргән тере Раббы шаһит: Адонияһ бөгөн үк үлтереләсәк!


– Тере Раббы шаһит: Раббы миңә нимә тиһә, шуны әйтермен, – тип яуап ҡайтарҙы Михаяһ.


Ана күр, яуыздар йәйә киргән, Саф күңеллеләргә ҡараңғыла атыр өсөн Уҡтарын кереш өҫтөнә ҡуйған.


Мәҙхиә. Шәмбе көнө өсөн йыр.


Бынан һуң түрәләр Барухҡа: – Бар, Йермеяһ менән йәшенегеҙ. Ҡайҙалығығыҙҙы һис кем белмәһен, – тинеләр.


Батша үҙенең улы Йерахмеил менән Ғазриил улы Сераяһҡа, Ғавдеил улы Шәләмъяһҡа Барух кәтип менән Йермеяһ пәйғәмбәрҙе тотоп алырға бойороҡ бирҙе. Әммә Раббы уларҙы йәшергәйне инде.


Шул саҡ йәһүдтәр Уға бәреү өсөн ҡулдарына таш алды, әммә Ғайса йәшенде лә Алла йортонан сығып китте.


Бөтә йәшенгән ерҙәрен асыҡлағыҙ, шунан миңә дөрөҫ кенә мәғлүмәт менән кире килегеҙ. Шунда мин һеҙҙең менән барырмын. Әгәр ҙә ул шул төбәктә булһа, Йәһүҙәнең бөтә нәҫелдәрен аҡтарып булһа ла табасаҡмын.


Шунан Ахиш Дауытты янына саҡырып: – Тере Раббы шаһит: һин намыҫлы кешеһең. Яуға минең менән бергә инһәң, бергә сыҡһаң, күңелемә рәхәт булыр ине. Килгәнеңдән алып, бөгөнгәсә бер яманлығыңды ла күрмәнем. Тик пелешти хакимдары һине хушһынманы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ