Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 17:22 - Изге Яҙма

22 Раббы Ильястың ялбарыуына илтифат итте. Балаға ҡабат йән инде, ул тын ала башланы һәм терелеп китте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 17:22
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ильяс уны бүлмәһенән аҫҡа алып төштө лә: – Ҡара әле, улың тере бит! – тип әсәһенә тотторҙо.


Бер мәлде исраилдар үлгән кешене дәфен ҡыла ине, ҡапыл Моав баҫҡынсыларын күреп ҡалдылар ҙа, мәйетте Ильясиғиндың төрбәһенә ташлап ҡастылар. Ильясиғиндың һөйәктәренә тейгән мәйет терелеп, аяғына баҫты.


Шунан Ғайса, эргәләренә барып, табутҡа ҡулы менән ҡағылды. Табутты күтәреп барыусылар туҡтаны. – Егет! Һиңә әйтәм, тор! – тип бойорҙо Ғайса.


Ғайса иһә ҡыҙҙың ҡулынан тотто ла: – Балам, тор! – тип өндәште.


Шулай тигәндән һуң Ул көслө тауыш менән: – Әлғазар, тышҡа сыҡ! – тине.


Ә теге йәш егетте тере килеш өйөнә алып ҡайттылар. Был хәлгә барыһы ла ҡыуанды.


Мәсих нәҡ үлеләр һәм тереләргә Хаким булыр өсөн үлде һәм терелде.


Инде күрегеҙ, Мин берҙән-бермен! Минән башҡа Алла юҡ. Үлтереүсе лә, терелтеүсе лә Мин, Имгәтеүсе лә, дауалаусы ла Мин. Минең ҡулдан һис кем ҡотҡара алмай.


Ҡайһы бер ҡатындарға уларҙың үлгән яҡындары терелтелеп ҡайтарылған. Башҡалары иһә, үлемгә еткергәнсе ыҙалатһалар ҙа, яҡшыраҡ тормошта терелер өсөн иректән баш тарта.


Әммә өс көн ярымдан һуң уларға Алланан йәшәү рухы инде һәм улар аяҡтарына баҫты. Уларҙы күргәндәрҙе оло ҡурҡыу алды.


Раббы үлтерер ҙә, терелтер ҙә, Үлеләр донъяһына ырғытыр һәм сығарыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ