14 Сөнки Исраил Аллаһы Раббы: «Тупраҡҡа ямғыр төшкәнгә тиклем тәпәндә он бөтмәҫ, көршәктә май кәмемәҫ», – тип белдерә.
– Ҡурҡма, – тине Ильяс уға. – Бар, уйлағаныңды эшлә. Тик иң элек миңә бәләкәс кенә көлсә бешереп алып кил. Улың менән үҙеңә һуңыраҡ бешерерһең.
Ҡатын өйөнә ҡайтып, Ильяс әйткәнсә эшләне. Шулай итеп, пәйғәмбәр ҙә, тол ҡатын менән уның ғаиләһе лә ризыҡҡа мохтажлыҡ кисермәне.
Шул шишмәнән һыуларһың, ә ҡоҙғондарға һине ашатып торорға ҡуштым.
– Раббы был үҙәндең һәр тарафында соҡорҙар ҡаҙырға ҡуша, – тине Ильясиғин. –
– Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ, – тине Ильясиғин. – Ул былай ти: «Иртәгә ошо ваҡытта Самарияның ҡапҡаһы янында бер сеа иң һәйбәт он һәм ике сеа арпа бер шекел көмөшкә һатыласаҡ».
Йеһу, урынынан тороп, өйгә инде. Йәш пәйғәмбәр зәйтүн майын Йеһуҙың башына ҡойҙо ла былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Һине халҡым Исраилға батша итеп мәсехләнем.
Ашап ултырған сағында Уның янына, бик ҡиммәтле хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп, бер ҡатын килеп инде һәм майҙы Ғайсаның башына ҡойҙо.