8 Асаның Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең егерме алтынсы йылында Эла Бағша улы Тирсала Исраил тәхетенә ултырҙы һәм ике йыл батшалыҡ итте.
Аса менән Исраил батшаһы Бағша ғүмер буйы үҙ-ара һуғышты.
Йәһүҙә батшаһы Асаның өсөнсө йылында Ахияһ улы Бағша Тирсала Исраилға батша булды һәм егерме дүрт йыл тәхеттә ултырҙы.
Йәһүҙә батшаһы Асаның егерме етенсе йылында Исраил тәхетенә ултырған Зимри Тирсала ете көн батша булып торҙо. Ул саҡта Исраил ғәскәре пелештиҙәрҙең Гиббеҫон ҡалаһын ҡамауҙа тота ине.
Исраил халҡы икегә бүленде. Халыҡтың яртыһы Гинаҫ улы Тивниҙы батша итеп ҡуйыу яғында ине, яртыһы Ғомриҙы яҡланы.
Йәһүҙә батшаһы Асаның утыҙ беренсе йылында Ғомри Исраил тәхетенә ултырҙы һәм ун ике йыл батшалыҡ итте. Шуның алты йылы Тирсала үтте.
Бағша вафат булып ата-бабаларына ҡушылды һәм Тирсала ерләнде. Уның урынына улы Эла батша булды.
Әммә Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәре менән Уның асыуын ҡабартҡан һәм Яровғам йортона эйәреп золом ҡылған, шулай уҡ Яровғам нәҫелен юҡ иткән өсөн, Бағшаның үҙе һәм уның йорто тураһында Раббы Ханани улы Йеһу пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәре әйтелгәйне инде.
Ярандарының береһе, ғәскәрҙәге яу арбаларының яртыһына башлыҡ булып торған Зимри, уға ҡаршы фетнә ойошторҙо. Бер көндө Эла Тирсалағы һарай вәзире Арсаның өйөндә эсеп иҫергәйне.
Тирсанан Самарияға Менахем Ғади улы килеп Шаллум Явеш улын үлтерҙе һәм урынына тәхеткә ултырҙы.
Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең илленсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Пеҡахъяһ Менахем улы ултырҙы һәм ике йыл батшалыҡ итте.
Амон егерме ике йәшендә тәхеткә ултырҙы һәм Йәрүсәлимдә ике йыл батша булды. Әсәһе – Йотва ҡалаһынан Харустың ҡыҙы Мешулләмәҫ ине.
Илдә бола сыҡҡан саҡта, хакимдар күп, төшөнсәле һәм ғилемле хаким булһа, ил һаҡланыр.