Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 16:29 - Изге Яҙма

29 Йәһүҙә батшаһы Асаның утыҙ һигеҙенсе йылында Исраил тәхетенә Ғомри улы Ахав ултырҙы һәм Самарияла егерме ике йыл батшалыҡ итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 16:29
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исраил халҡы икегә бүленде. Халыҡтың яртыһы Гинаҫ улы Тивниҙы батша итеп ҡуйыу яғында ине, яртыһы Ғомриҙы яҡланы.


Йәһүҙә батшаһы Асаның утыҙ беренсе йылында Ғомри Исраил тәхетенә ултырҙы һәм ун ике йыл батшалыҡ итте. Шуның алты йылы Тирсала үтте.


Ғомри ике талант көмөш түләп, Сәмәр тигән кешенән Самария тауын һатып алды һәм унда ҡала төҙөнө. Был ҡаланы тауҙың элекке хужаһының исеме менән Самария тип атаны.


Ғомри үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм Самарияла ерләнде. Уның урынына улы Ахав батша булды.


Ғомри улы Ахав Раббы хуш күрмәгән шундай яман эштәр ҡылды, унан алда тәхеттә ултырған батшаларҙың береһе лә ул тиклем яуызлыҡ эшләмәгәйне.


Шулай уҡ ул Ашераға табыныр өсөн ҡолға ҡуйҙыртты. Шул рәүешле Ахав Исраил Аллаһы Раббының асыуын ҡабартырҙай яман эштәрҙе үҙенә тиклемге Исраил батшаларының барыһына ҡарағанда ла күберәк ҡылды.


– Тор, Самарияла хакимлыҡ иткән Исраил батшаһы Ахавҡа бар. Ул Навоҫтың йөҙөм баҡсаһында. Уға хужа булырға йөрөй.


Ул арала Амасъяһ үҙе менән алмайынса кире бороп ҡайтарған ғәскәр Самариянан Бейт-Хоронға тиклем арала Йәһүҙә ҡалаларына һөжүм итә, өс мең кешене үлтерә, бик күп мөлкәт талап ала.


Шәхәм, Шило һәм Самария ҡалаларынан һаҡалдарын ҡырған, кейемдәрен йыртҡыслаған, тәндәрен йәрәхәтләп бөткән һикһән кеше килде. Улар, Раббы йортона тип, икмәк саҙаҡалары, хуш еҫле ыҫмала-майҙар алып килгәйне.


Әфраим һөйләгән саҡта, барыһы ла тетрәп торҙо, Исраилда ул юғары дәрәжәлә ине, Әммә Бәғелгә табынып ғәйепкә батты һәм харап булды.


Ғомри батшаның ҡағиҙәләрен үтәп, Ахав йортоноң йолаларын тоттоғоҙ; Улар кәңәшенә тоғроһоғоҙ. Шуға күрә һине бушлыҡҡа әйләндерәм, Ҡала халҡын хурлыҡҡа ҡалдырам, Ҡәүемдәр өсөн мәсхәрә булырһығыҙ».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ