Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 16:26 - Изге Яҙма

26 Ул тулыһынса Неват улы Яровғамдың юлынан китте һәм Исраил халҡын гонаһтарға батырып, мәғәнәһеҙ боттарға табыныуы менән Исраил Аллаһы Раббыны бик ныҡ асыуландырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 16:26
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был Бағша үҙе һәм уның улы Эла ҡылған бөтә гонаһтар өсөн һәм шул яман эштәре менән Исраил халҡын гонаһҡа батырған, мәғәнәһеҙ боттарға табынып, Исраил Аллаһы Раббыны бик ныҡ асыуландырған өсөн булды.


Шул рәүешле ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылған һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғамдың юлын ҡыуған өсөн әжерен алды.


– Мин һине, саң-туҙандан күтәреп, халҡым Исраилға хаким итеп ҡуйҙым. Ә һин Яровғамдың яман юлын ҡыуҙың, халҡым Исраилды гонаһҡа батырҙың һәм улар үҙҙәренең гонаһтары менән Минең асыуымды ҡабартты.


Ғомриҙың башҡа ғәмәлдәре, уның ҡылған батырлыҡтары тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.


Әммә Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәре менән Уның асыуын ҡабартҡан һәм Яровғам йортона эйәреп золом ҡылған, шулай уҡ Яровғам нәҫелен юҡ иткән өсөн, Бағшаның үҙе һәм уның йорто тураһында Раббы Ханани улы Йеһу пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәре әйтелгәйне инде.


Бына шуға күрә һәр бер тоғро ҡолоң Бәлә килгән мәлдә Һиңә доға ҡылһын. Шул ваҡытта һыуҙар ташҡыны Уға барып етә алмаясаҡ.


Ул халыҡтарҙың йолалары – буш нәмә: Урманда ағас ҡырҡалар, Балта оҫтаһы түмәрҙе юна.


Улар алйот һәм аңралар. Мәғәнәһеҙ боттарҙан нимә өйрәнмәк кәрәк? Улар бит ағастан яһалған!


Ҡәүемдәрҙең файҙаһыҙ боттары ямғыр яуҙыра аламы? Күк үҙенән-үҙе ямғыр ҡоямы? Ошоларҙың барыһын да эшләгән Һин түгелме, Аллабыҙ Раббы? Ышанысыбыҙ тик Һиндә генә – былар бары Һинең ҡөҙрәтеңдә.


Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. –


Ә халҡым Мине онотто, Бер яраҡһыҙ боттарға хуш еҫ төтәтә! Был илаһтар уны абындырҙы, Боронғо юлдарынан тайпылтып, Һуҡмаҡтарҙан, тапалмаған юлдан алып китте.


Ана, алыҫ илдән бисара халҡымдың иңрәүен ишетәм: «Раббы Сионда юҡмы ни? Уның Батшаһы унда түгелме?» «Нишләп улар боттары, Бер нәмәгә яраҡһыҙ ят һындары менән Минең асыуымды килтерҙеләр?» – тип яуап ҡайтара Раббы.


Ғомри батшаның ҡағиҙәләрен үтәп, Ахав йортоноң йолаларын тоттоғоҙ; Улар кәңәшенә тоғроһоғоҙ. Шуға күрә һине бушлыҡҡа әйләндерәм, Ҡала халҡын хурлыҡҡа ҡалдырам, Ҡәүемдәр өсөн мәсхәрә булырһығыҙ».


– Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тип ҡысҡырҙы. – Беҙ – һеҙҙең кеүек үк кешеләр! Һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр алып килдек һәм, ялған илаһтарҙан арынып, күкте, ерҙе, диңгеҙҙе, уларҙағы бөтә нәмәне бар ҡылған тере Аллаға килеүегеҙҙе теләйбеҙ.


Ялған илаһтары менән Көнсөллөгөмә тейәләр. Мәғәнәһеҙ боттарға табынып, Мине асыуландыралар. Халыҡ булмаған бер ҡәүем менән Мин дә уларҙы көнләштерермен, Берәй алйот ҡәүем менән йәндәренә тейермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ