21 Исраил халҡы икегә бүленде. Халыҡтың яртыһы Гинаҫ улы Тивниҙы батша итеп ҡуйыу яғында ине, яртыһы Ғомриҙы яҡланы.
Асаның Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең икенсе йылында Исраил тәхетенә Надав Яровғам улы ултырҙы һәм ике йыл батша булды.
Был Асаның Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында булды. Надавты үлтергәндән һуң, Бағша Исраил тәхетенә ултырҙы.
Зимриҙең башҡа эштәре, уның нисек фетнә ойошторғаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Ахыр сиктә Ғомри яҡлылар еңеп сыҡты. Гинаҫ улы Тивни үлде, Ғомри батша булды.
Йәһүҙә батшаһы Асаның утыҙ һигеҙенсе йылында Исраил тәхетенә Ғомри улы Ахав ултырҙы һәм Самарияла егерме ике йыл батшалыҡ итте.
Асаның Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең егерме алтынсы йылында Эла Бағша улы Тирсала Исраил тәхетенә ултырҙы һәм ике йыл батшалыҡ итте.
Илдә бола сыҡҡан саҡта, хакимдар күп, төшөнсәле һәм ғилемле хаким булһа, ил һаҡланыр.
«Мысыр халҡын бер-береһенә ҡаршы ҡотортам. Туған – туғанына, дуҫ – дуҫына, Ҡала ҡалаға ҡаршы сығасаҡ, Батшалыҡ батшалыҡҡа һөжүм итәсәк.
Ғайса, уларҙың нимә уйлағанын белеп, былай тине: – Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан һәр батшалыҡ емерелер, шулай уҡ эсендә дошманлыҡ булған һәр ҡала йәки ғаилә лә имен тороп ҡала алмаҫ.